Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары шағир Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған республика сараларында лайыҡлы сығыш яһаны. «Мостай уҡыуҙары»нда 9-сы класс уҡыусыһы Рушана Хисаметдинова менән 7-се класс уҡыусыһы Алһыу Рәхимова икенсе урынға лайыҡ булды. Был ҡыҙҙар «Мостай эҙҙәре буйынса» йәш туристар-тыуған яҡты өйрәнеүселәр республика конкурсында ла икенсе урын алды. Шағирҙың тыуған ере — Шишмәлә уҙған ғилми эштәр конкурсында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Р. Ф. Баймырҙина менән А. С. Шәрәфетдинованың уҡыусылары Әдилә Нафиҡова (10-сы «а» класы) менән Илназ Дәүләткирәев (8-се «а») сертификат менән бүләкләнде.
Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А. Р. Муллахмәтова «Минең Мостайым» методик ҡулланмалар республика конкурсында Ф. Мостафина исемендәге 20-се гимназия уҡыусыларына һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарына асыҡ дәрес күрһәтеп, еңеүсе булды.
Белем усағының үҙендә лә бөйөк әҙиптең йөҙ йыллығына арналған төрлө саралар үтте. 7-се «а» класы (етәкселәре И. М. Яхина) уҡыусылары М. Кәримдең шиғырҙарын һөйләү буйынса флешмоб ойошторҙо. 5-се кластар араһында һүрәттәр конкурсы иғлан ителде. 5-се «в» класынан Айлина Шәйбәкова, Нәркәс Сырлыбаева, Ләйсән Рәхмәтуллина, Динир Вәлиевтың рәсемдәре иң яҡшылары тип табылды.
9-сы «в» класы уҡыусылары өсөн «Мостай тирмәһендә» тип аталған кластан тыш сараны Альбина Муллахмәтова үткәрҙе. «Үлмәҫбайҙар» һәм «Кендектәр» командалары араһында М. Кәримдең тормош һәм ижад юлын яҡшыраҡ белеүгә сәмле һәм ҡыҙыҡлы бәйге уҙҙы. Һәр команда үҙенең спикерын билдәләне, дөрөҫ яуап ҡайтарыусыларға яҙыусының рәсеме төшөрөлгән тәңкәләр таратылды. Бөтәһе ете турҙан торған ярышта уҡыусылар «Кем минең турала яҡшыраҡ белә?», «Мостайға һүҙҙән һәйкәл ҡойоу», синквейн, «Беҙ — журналистар»ҙы бик оҡшатты, тиҙ генә үҙҙәренең фекерҙәрен еткерҙе. «Мостай портреты»нда һәр команда үҙенең рәссамын билдәләп, шағирҙың рәсемен төшөрҙө. Һуңғы тур — «Йөрәк һүҙе»ндә уҡыусылар мәшһүр әҙиптең үлемһеҙ шиғырҙарын бик аһәңле башҡарҙы. Альбина Ринат ҡыҙы кластан тыш сараны юғары кимәлдә ойошторҙо, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡыҙҙар-егеттәргә Мостай Кәрим хаҡында байтаҡ мәғлүмәт бирергә өлгөрҙө. Уҡыусылар уның китаптарын уҡыуҙары, әҫәрҙәрен яҡшы белеүе, улар буйынса ниндәй кино-спектаклдәр ҡуйылыуы, ҡайҙа һәйкәлдәре барлығын, ҡайһы мәктәптәр уның исемен йөрөтөүө хаҡында яҡшы хәбәрҙар булыуын күрһәтте. Үҙҙәре лә шәхестең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән нимәләр башҡарырға кәрәклеге хаҡында һүҙ йөрөттө. Сарала айырыуса Светлана Килмөхәмәтова, Фәүзиә Әхмәтйәнова, Ләйлә Ишбаева, Рушана Хисаметдинова, Дарина Сәғитова әүҙем ҡатнашты. Командалар тәңкәләрҙе бер иш йыйып, көстәр тигеҙ булып сыҡты. Шулай итеп, дуҫлыҡ еңде. Уҡыусыларға район башҡорттары ҡоролтайының маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Кластан тыш сараны ҡараған гимназия директоры Рамил Әхмәтов менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары рухлы, мауыҡтырғыс ижади бәйге өсөн А. Муллахмәтоваға, китапханасы Ә. Абдуллинаға рәхмәт белдерҙе. Ысынлап та, күренекле шағир, яҙыусы, драматургтың ижад һәм тормош юлына — Мостай иленә онотолғоһоҙ сәйәхәт булды был сара.