+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2019, 09:30

Республика мәктәптәрендә академик кластар асыласаҡ

Башҡортостан 2020 йылда “Академик кластар” формалаштырыу буйынса пилот проектта ҡатнаша.

“Академик кластар” программаһы юғары класс уҡыусыларына төрлө фәндәр менән тәрәндән танышыуҙан тыш, ғалимдар һәм академиктар ҡулы аҫтында фәнни һәм проект эшмәкәрлеге алып барыу мөмкинлеген бирә. Уҡыу предметтары программаһын заманса лабораторияларҙа һәм өр-яңы ҡорамалдар ярҙамында төплө өйрәнеү практикумдары тулыландырасаҡ. Программа бер нисә уҡыу предметын үҙ эсенә аласаҡ: информацион технологиялар, инженер эше, медицина.
Был программа 2016 йылдан Мәскәүҙә уңышлы тормошҡа ашырыла ла инде. Унда 13 мәктәп, 23 фәнни инситут һәм 14 федераль вуз ҡатнаша. Уҡыусылар үҙҙәренең фәнни эшмәкәрек һөҙөмтәләре менән “Тормош фәне” тип аталған асыҡ ҡала фәнни-ғәмәли конференцияһында сығыш яһай.
2020 йылдан проекттың географияһын киңәйтеү ҡарар ителде. Академик кластарҙы мәктәптәрҙән тыш, Путиндың май указдарына ярашлы, бөгөн “Фән” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килеүсе фәнни белем биреүсе үҙәктәр базаһында ла асыу ҡарала. Был вуздарҙың, фәнни ойошмаларҙың һәм бизнес өлкәһенең ресурстарын берләштереп, төбәк иҡтисады өсөн махсус рәүештә белгестәр әҙерләүгә булышлыҡ итәсәк.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: