-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2019, 11:15

Республиканың 2020 йылға бюджетын арттырыу ҡарала

Башҡортостан республикаһының киләһе йылға бюджетын ун миллиард һумға арттырыу ҡарала.

Башҡортостан республикаһының киләһе йылға бюджетын ун миллиард һумға арттырыу ҡарала. Был закон проектын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 19 декабрҙә пленар ултырышта ҡараясаҡтар. 2020 йылда бюджет сығымдары 226,6 миллиард күләмендә планлаштырылған, килемдәр 204,6 миллиард һум булыр тип фаразлана.
Ҡоролтайҙа асыҡлап әйтеүҙәренсә, ноябрь аҙағында алдағы өс йылға Рәсәй Федерацияһы бюджеты ҡабул ителде. Был федераль үҙәктән субвенциялар күләмен аныҡларға мөмкинлек бирҙе – улар күберәк була.
«Республика бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала – төп аҡса мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәҙәниәт һәм спорт өсөн ҡаралған», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
Читайте нас: