+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 11:30

Конституция көнөндә паспорт алдылар

Кисә, йәғни 12 декабрҙә, Рәсәйҙә Конституция көнө булды.

Төп дәүләт байрамдарының береһе булған был көндө район хакимиәтенең ултырыштар залында Әбйәлилдең өс йәш гражданына тормоштарындағы төп документ - паспорт тапшырылды.
-Илдең үҫешенә ныҡлы нигеҙ булған, кеше һәм уның хоҡуҡтарын яҡлауҙы иң мөһим ҡиммәт итеп билдәләгән документ ул — Конституция. Рәсәйҙә йәшәүсе һәр кем үҙен ошо ҙур йәмғиәттең алыштырғыһыҙ өлөшө, бөйөк илдең гражданы икәнлеген аңларға тейеш.
Бына бөгөн ҡулдарына паспорт алған йәштәр ҙә илебеҙҙең ысын патриоттары булырҙар, уларға бағлаған өмөттәрҙе аҡларҙар, үҙҙәренең бурыстарын теүәл үтәп, хоҡуҡтарын файҙаланып, Ватаныбыҙҙың киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәрҙәр тип ышанабыҙ, - тине район башлығы Илдар Нафиҡов һәм Асҡарҙан Марат Әхмәтғәлинға, Әлмөхәмәт станцияһынан Гөлнур Ғәлимоваға, Әбделмәмбәттән Рамаҙан Ғибәҙәтовҡа тантаналы рәүештә паспорттар тапшырҙы.

Читайте нас: