+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 12:50

«Рәсәйгә хеҙмәт итәм!»

Сиҙәм урта мәктәбенең «Юнармия» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик хәрәкәте ағзаларына юнармия береттары тапшырыу сараһы уҙҙы

Район хакимиәте ярҙамы менән мәктәпкә 20 комплект юнармиясылар формаһы һатып алынды. Әле өс йыл элек кенә Әбйәлилдә иң беренселәрҙән булып был хәрәкәткә ҡушылған, ойошмала ағзалыҡтарын ошоғаса фәҡәт күкрәк билдәһе һәм махсус танытма ғына раҫлаһа ла, юнармиясылар рухы йөрәктәрендә дөрләп янған, район, республика күләмендәге уҡыу, спорт буйынса ярыштарҙа еңеүҙәр яулаған, 9 майҙа парадта ҡатнашҡан ҡыҙ һәм егеттәр хәҙер формалы ла булды. «Юнармия» береттары иһә тантаналы шарттарҙа тапшырылды.

Линейкаға сиҙәмдәрҙең шатлығын бүлешергә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов, мәғариф бүлеге начальнигы Б. Х. Илһамов, хәрби комиссар Р. М. Ғәҙелшин, Афған һуғышы ветерандары советы рәйесе И. И. Хәйризаманов, «Юнармия» Бөтә Рәсәй ойошмаһының урындағы бүлексәһенең штаб начальнигы А. Б. Хәкимов һәм Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И. С. Батыршин килде; район мәктәптәренең ОБЖ уҡытыусылары, «Юнармия» хәрәкәте ағзалары һәм уҡыу алдынғылары ҡат-нашты.

— Ил күләменә йәш быуынды илһөйәр, ҡаһарман рухлы итеп тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаған юнармиясылар сафы киңәйгәндән-киңәйә бара. Ошо хәрәкәттә Әбйәлилдән иң тәүгеләр рәтендә барған Сиҙәм мәк-тәбе уҡыусылары өсөн бөгөн тулҡынландырғыс ваҡиға. Ышаныслы ил һаҡсылары, лайыҡлы алмаш, Тыуған ил өсөн файҙалы граждандар булып үҫегеҙ. Беҙ һеҙгә ҙур өмөт бағлайбыҙ! — тине Р. Б. Фәттәхов. Башлыҡ урынбаҫары яҡын киләсәктә 1-се Асҡар урта мәктәбенә һәм Т. Кусимов исемендәге гимназияға ошондай уҡ формалар һатып алынасаҡ, тип хәбәр итте.

Райондың хәрби комиссары, майор Р. М. Ғәҙелшин патриотик тәрбиә биреүҙә сараның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Юнармиясылар сафы районда һәләтле, уҡыуҙа, спортта алдынғы, сәмле, тырыш уҡыусылар менән артабан да тулыланһын, тип теләне. Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә бөгөн йәш көстәр хәрәкәтенә 10 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡушылған. «Юнармия» хәрби-патриотик ойошмаһында ағза булыу уҡыусыларға артабан хәрби уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә 10 балл биреүе, шулай уҡ призыв буйынса армияға саҡырылғанда хеҙмәт итәсәк ғәскәр һәм ротаны һайлау мөмкинлеге биреүе тураһында ла хәбәрҙар итте ул.

— Бөгөн — һеҙҙең тормошоғоҙҙа онотолмаҫ тантана. «Иң-иңдәр» генә һайлап алынған «Юнармия» ойошмаһы ҡалған уҡыусылар өсөн үрнәк, ынтылыр маяҡ. Уҡытыусылар, ата-әсәләр ул-ҡыҙҙары өсөн гелән бөгөнгө кеүек ғорурлыҡ тойғоһо ғына кисерһен, — тине мәғариф бүлеге етәксеһе Б. Х. Илһамов.

Сиҙәм урта мәктәбенең ОБЖ уҡытыусыһы С. Х. Рәжәпов тапшырыласаҡ береттарҙың ябай баш кейеме булмауын, ә Рәсәй Ҡораллы Көстәре атрибутикаһы, ал ҡан төҫөн хәтерләткән ҡаһарманлыҡ символы булыуын билдәләне. «Уны кейеп йөрөү бәхете һәр кемгә тәтемәй. Был хоҡуҡ ҡатмарлы һынауҙарҙы уңышлы үткәндән һуң фәҡәт спецназсылар һәм юнармиясыларға ғына бирелә», — тип Салауат Хабрахман улы асыҡлыҡ индерҙе.

Юнармиясылар хәрби комиссар, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары алдында рапорт бирҙе. Ҡәҙерле беретты ҡулға алғас, һәр егет һәм ҡыҙ стройға йөҙө менән боролоп, уң аяғына тубыҡланып, уны ирендәренә тейҙергәс кенә башына кейҙе һәм «Рәсәйгә хеҙмәт итәм!» — тигән ғорур һүҙҙәрҙе ҡабатланы.

Сиҙәм юнармиясылары үҙҙәренең, ысынлап та, хәрби әҙерлек йәһәтенән «иң-иңдәре» булыуҙарын дәлилләп, тигеҙ сафта маршҡа баҫты, спорт күнекмәләре яһаны, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, противогаздар кейеү, автоматты һүтеп-йыйыу буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Ошо мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы, хәҙерге көндә Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Көнсығыш хәрби округы офицеры Альберт Әхмәтйәнов йәш дуҫтарын ҡотлап үтте, атай-олатайҙарҙың данлы юлын дауам итеп, киләсәген хәрби эшкә бағышларға теләүселәргә кәңәш-тәр бирҙе.

Тантанала сиҙәмдәргә бер юлы «Юнармия» байрағы ла тапшырылды. Юнармиясылар байраҡҡа тап төшөрмәҫкә, күҙ ҡараһылай һаҡларға ант итте. Мәктәп директоры Ш. И. Әхмәт-ҡужина уҡыусыларға изге теләктәр юлланы, формалар алыуҙа булышлыҡ иткән район хаки-миәтенә рәхмәт белдерҙе.

Фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө өсөн ОБЖ уҡытыусыһы С. Х. Рәжәпов хәрби комиссар ҡулынан бер юлы өс награда алды. Рөстәм Миңлеғәле улы оло ҡәнәғәтлек менән уға йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләгәне, уҡыусыларға хәрби-һөнәри йүнәлеш биргәне һәм әрме хеҙмәтенә төплө әҙерләгәне, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм шәхси ини-циативаһы өсөн «Юнармия» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең һәм БР Патриотик тәрбиә биреү үҙәгенең рәхмәт хаттарын, республика хәрби комиссарының грамотаһын тапшырҙы.

Сараның икенсе өлөшө лә тантаналы булды. Ҡаҙмаш, Амангилде, Яңы Балапан, Байым мәктәптәренән 9 уҡыу алдынғыһы, спортсы «Юнармия» хәрби-патриотик хәрәкәте сафына алынды. Сиҙәм мәктәбенең ижади уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән концерттан да хәрби-патриотик рух бөркөлдө.

Гөлнара Кусәрбаева.
Читайте нас: