+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 11:45

Яңы йылға шәп бүләк

2024 йылға Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен йылына 3,727 миллион квадрат метрға еткереү күҙаллана.

“Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһы торлағы” төбәк проекты ошо күрһәткескә өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Был күрһәткескә өлгәшеүҙә әбйәлилдәр ҙә үҙ өлөшөн индерә, бында, әлбиттә, федераль, республика кимәлендә ауыл ерендә торлаҡ төҙөүгә бирелгән социаль түләмдәр ҙур роль уйнай. Уҙған йылда беҙҙең районда 18 кеше ошондай ярҙам алһа, ағымдағы йылда бәхетле ғаиләләр һаны 25-кә еткән.
Кисәге көн тағы ла бер нисә ғаиләгә “2017-2017 йылдарҙа һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы сиктәрендә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) сертификаттар тапшырылды.
-Элекке кеүек бушлай фатир менән тәьмин итә алмаһа ла, Хөкүмәт үҙ өҫтөнә алған бурыстарҙы үтәй. Йорттарғыҙҙа балаларҙың шат тауыштары тынмаһын, ғаиләләр тағы ла ишәйһен, - тине район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов “бәхетле ғаиләләр”ҙе ҡотлап.
Яңы йылға шәп бүләк әҙерләгән Башҡортостан Хөкүмәтенә, район хакимиәте башлығына, хакимиәттең белегестәренә ҙур рәхмәт белдерҙеләр сертификаттарға эйә булыусылар.
Читайте нас: