“Уңайлы мөхит” проекты Башҡортостанда йәшәүсе сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе эшле итеү өсөн йүнәлешле эшләй. Эш биреүселәрҙең инвалидтар өсөн инфраструктура булдырыу, адаптация үткәреү буйынса сығымдары ҡаплана. 2010 йылдан алып инвалидтар өсөн 2 меңдән ашыу эш урыны булдырылған, быйыл 125 урын өсөн 11 миллион һум йүнәлтелгән.