+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2019, 11:20

Кем уҡырға теләй?

Башҡортостанда һанлы иҡтисад компетенциялары программалары буйынса дәүләт иҫәбенә уҡыуға заявкалар ҡабул ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һанлы иҡтисад компетенциялары программалары буйынса дәүләт иҫәбенә уҡыуға заявкалар ҡабул ителә. 2019 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостан халҡынан тыш тағы ла алты төбәктең – Яҡут (Саха), Татарстан республикалары, Ростов һәм Тула өлкәләре халҡы ошо тиклем шәхсән һанлы сертификаттар алыуға заявкаларҙы тапшыра ала.
Сертификатҡа эйә булыусылар бер нисә йүнәлеш буйынса компетенцияларҙы үҙләштерә аласаҡ. Улар араһында – яһалма интеллект, программалаштырыу һәм ИТ-продукттарҙы төҙөү, сәнәғәти дизайн һәм 3D моделләштереү, киберхәүефһеҙлек һәм сәнәғәти интернет һәм башҡалар бар.
Уҡыу "Һанлы иҡтисад" милли проектына ярашлы алып барыла. Мәғлүмәтте ҡыҙыу линия телефоны буйынса алырға була: 8 (800) 700-20-35.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: