+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2019, 11:41

Аҡмулла һәйкәле янында

Башҡорт теле көнө айҡанлы Асҡарҙа М. Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы.

Башҡорт теле көнө айҡанлы Асҡарҙа М. Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы уҙҙы.

Сарала Т. Кусимов исемендәге гимназия, 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.Район ветерандар советы рәйесе А. Ғ. Төлкөбаев Башҡорт теле көнө тип тыуған көнө иғлан ителгән мәғрифәтсенең тормош юлы тураһында һөйләне. Аң-белемгә әйҙәүсе яҡтылыҡ йырсыһының ижады тураһында 1-се Асҡар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З. Р. Ғәлләмова һүҙ тотто. Артабан уҡыусылар Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Аттың ниһен маҡтайһың?» шиғырҙарын һөйләп ишеттергәндән һуң, сарала ҡатнашыусылар һәйкәлгә тере сәскәләр һалды.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: