Быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелгән бәйгелә ҡатнашырға ун ауыл йөрьәт итеп, береһе лә ярты юлда дистанциянан төшөп ҡалмай, фиништан алдағы һуңғы артылышҡа күтәрелде.
Презентация тип атаған иң һуңғы һынауҙа һәр ауылдан конкурсты ойоштороу комитеты ағзалары йыл дауамында акция сиктәрендә уҙғарылған мөһим саралар һәм ваҡиғаларға, ауылдарҙағы демографик күрһәткестәргә төплө анализ яһап, үҙҙәренең күҙлегенән баһа бирҙе.
Шәриптә «Сәләмәт ауыл» конкурсы буйынса халыҡты ойоштороусы активтың башында һаулыҡ һағы хеҙмәткәре Гөлдәр Абдрахманова тора. Медик кеше сығышын демографик күрһәткестәрҙән башланы. Һуңғы өс йылды анализлап, тыуымдың кәмеүен билдәһә лә (2019 йылда 4 бала), үлем осраҡтарының берәр генә булыуы арҡаһында тәбиғи үҫеш күҙәтелә тине. Ауылдаштарының диспансеризацияға йәлеп ителеше лә фельдшерҙың ҡәтғи күҙәтеүе аҫтында. Ауылда клуб, мәсет ишектәре һәр саҡ асыҡ. Байтаҡ мәҙәни саралар ойошторолған, спорт ярыштары һәм уйындар саф һауала үткәрелгән. Аҙна һайын мәсеткә йома сәйенә йөрөйҙәр. Эскелек кәмегән. Өмәләрҙе, һуғым аштарын хәмерһеҙ уҙғарыу ғәҙәткә инеп бара. Быйыл шәриптәр урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектында ҡатнашып, зыярат кәртәһен капиталь ремонтлауға өлгәшкән.
Мәҡәләне тулы килеш «Осҡон» гәзитенең 98-се һанында уҡығыҙ.