+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2019, 12:50

ЗАГС хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне

Йыл башынан ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре 494 бала тыуыуҙы, 510 үлем осрағын теркәгән. 2019 йыл ғинуарынан бөгөнгә тиклем 297 пар никахҡа ингән, 144 ғаилә тарҡалған.

Ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ЗАГС-ҡа мөрәжәғәт итмәгән кеше юҡтыр. Ғаиләлә бала тыуғанда ла, парҙар ҡауышҡанда ла, яҡындарын һуңғы юлға оҙатҡанда ла кешегә һәр саҡ ошо хеҙмәттең яуаплы белгестәре ярҙамға килә. Был һөнәр эйәләренә психолог та, юрис та, уҡытыусы ла булырға тура килә. Райондың ЗАГС бүлегендә тәжрибәле, үрҙә телгә алынған сифаттарға эйә булған үҙ эшенең оҫталары эшләй. Фәриҙә Әхмәтова бүлектең етәксе вазифаһын оҙайлы йылдар дауамында башҡара. Бүлектең әйҙәүсе белгестәре Юлиә Сәйфуллина менән Азалия Мәғәфүрова – был өлкәлә тиҫтә йылдар тәжрибә туплаған, эшенең бөтә нескәлектәрен аңлаған хеҙмәткәрҙәр. Улар граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға, йүнәлтелгән мөһим бурыстарҙы атҡара, ғаилә һәм демографик сәйәсәт һағында тора.
ЗАГС хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән тәбрикләйбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, район һәм республика үҫешенә йүнәлтелгән һөнәрҙәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: