+4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 13:41

Һеҙгә тейеш әле күпме яҙҙар...

Чечен Республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөндә — 11 декабрҙә, «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ иртәнсәк үк Асҡар ауылындағы мемориал янына йыйылды.

Чечен Республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөндә — 11 декабрҙә, «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ иртәнсәк үк Асҡар ауылындағы мемориал янына йыйылды.

Тантаналы митингыла сығыш яһаусы район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев, ДОСААФ етәксеһе Айрат Хәкимов, хәрби комиссариаттың элекке хеҙмәткәре Радик Мостафин хәрби хәрәкәттәр ветерандарына берҙәмлектәре, дөргөнлөктәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм һаулыҡ, ил-йорттоң тыныс булыуын теләне. «Һеҙ ил һағына баҫасаҡ һалдаттарға үрнәк булып тораһығыҙ», — тигән уртаҡ фекер белдерҙе улар. «Кавказ тауҙарындағы утлы яуҙарҙан иҫән ҡайтҡан уҙамандарҙың барыһына именлек, сабырлыҡ теләйбеҙ, Рәсәй Ҡораллы Көстәре лә һеҙҙе онотмаһын, хеҙмәтегеҙҙе лайыҡлы баһалаһын, ҡыҙ-улдарыбыҙ һеҙҙең өлгөлә илһөйәр булып үҫһен», — тине хәрби хәрәкәттәр ветераны А. Шәйәхмәтовтың тормош юлдашы Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы ла.

Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары мемориалға сәскәләр һалып, һәләк булғандарҙы тынлыҡта иҫкә алғандан һуң, Буранғол ауылына юлланды. Быйыл календарҙағы иҫтәлекле дата уңайынан билдәләнгән сираттағы йыйынды үткәреүҙе Буранғол ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәҙәниәтселәре үҙ өҫтөнә алғайны. Был ҡарарҙың маҡсаты: урман төбәгендә йәшәүсе хәрби хәрәкәттәр ветерандарын «Боевое братство» ойошмаһы эшенә йәлеп итеү, әүҙемләштереү ине. Йыйынға 70-тән ашыу яугир килде. Уларҙың был осрашыуға кәләштәре, балалары менән бергә йыйылыуы ла маҡтауға лайыҡ.

Сараны Буранғол урта мәктәбе уҡыусылары (етәкселәре Нәйлә Ғибәҙәтова) әҙерләгән аһәңле монтаж асты. Малай-ҡыҙҙар Афғанстан, Кавказ тауҙарында барған тарихи ваҡиғалар тураһында йөкмәткеле итеп һөйләп, сығыштарын моңло йырҙар, үҙәккә үткес шиғырҙар менән байытты.

Йыйылыусыларҙы урындағы хакимиәт башлығы Рамаҙан Ғибәҙәтов тәбрикләп, Буранғол ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа тиҫтәләгән хәрби хәрәкәттәр ветераны булыуы хаҡында әйтте һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына алмаш булып, тап улар илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә ҙур өлөш индерә, тип билдәләне.

— Һуғыш ветерандары сафы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл һирәгәйә, — тине үҙ сығышында район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев та. — Булғандары ла, олоғайыу йәки сирләү сәбәпле, мәктәптә үткәрелгән осрашыуҙарға бара алмай ҡала. Ә киләһе йыл — Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, шуға Ватан данын күтәреү, яу юлдары ваҡиғаларын йәш быуынға еткереү, тарихты һаҡлау һеҙҙең иңдәргә ҡайтып ҡала. Киләһе йыл 9 май парадында барығыҙ ҙа әүҙем ҡатнашырһығыҙ, тип ышанам.

— Чечен Республикаһында законлылыҡты нығытыу, конституцион тәртип булдырыу маҡсатында ғәскәрҙәр индереү тураһында указға ҡул ҡуйылыуға 25 йыл тулды. Сер түгел, был аяуһыҙ ваҡиғалар әллә күпме Рәсәй һалдатының ғүмерен ҡыйҙы, улдарын утлы яу эсенә ебәргән атай һәм әсәйҙәргә көс еткеһеҙ ҡайғы килтерҙе, — тине сарала ҡатнашыусы район Советы секретары Булат Исламбаев. — Бөгөн «был һуғыш мәғәнәһеҙ ине, бер кемгә лә кәрәкмәгән яу булды» тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Кәрәккәнме-кәрәкмәгәнме был ҡарар — уныһы сәйәсмәндәрҙең намыҫында ҡалһын. Әммә шуныһына иманым камил: илгә хәүеф янай икән, үҙен ирмен тип һанаған һәр ир-егет Ватаны һағына баҫырға бурыслы. Был беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге бурыс. Һәм Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгән һәр яҡташыбыҙ тик хөрмәткә һәм ололауға лайыҡ. Сөнки улар командирҙар бойороғон үтәп, ысын ир-егеттәрсә ҡарар ҡабул иткән һәм ифрат ныҡлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп, иле, тыуған ере өсөн ҡан түккән, ҡот осҡос ваҡиғалар, террор акттары шаһиты булһа ла һынып төшмәгән, киреһенсә рухи яҡтан нығынған.

Район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов Әбйәлилдә «Юнармия» хәрәкәтенең әүҙемләшеүе хаҡында һөйләп, егеттәргә киләсәктә лә берҙәм булып ҡалыуҙарын, бер-береһенә, һәләк булғандарҙың яҡындарына терәк булыуҙарын теләне һәм изге башланғыстарҙа район хакимиәте яғынан ярҙам буласағына ышандырҙы.

Иҫтәлекле дата уңайынан йәш иптәштәрен тәбрикләргә Афған яуы ветерандары Самат Фәхретдинов, Фәнис Ғәзизов, Хәлил Суфиянов, Әхмәт Ғәлиәкбәров, Зөбәйер Килдейәров, Рим Ғүмәровтар килеүе йыйынға мәртәбә өҫтәне. Улар ҙа башҡа ундай һуғыш ҡабатланмаһын, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ тыныс мөхиттә үҫһен, тип теләне.

«Боевое братство» ойошмаһының район филиалы етәксеһе Рузил Низаметдинов менән уның урынбаҫары Салауат Хөснийәров быйыл хәрби хәрәкәттәр ветерандары тарафынан башҡарылған эштәргә байҡау яһаны, әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм алдағы йылға пландар билдәләне. Артабан улар Буранғол биләмәһе хакимиәтенә һәм мәҙәниәтселәренә, шулай уҡ бер төркөм яуҙаштарына «Боевое братство»ның рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Йыйынға килгән егеттәр «Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәр башланыуға 25 йыл» юбилей миҙалдары менән бүләкләнде һәм Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.

Һәр сығыш Буранғол мәҙәни усағы директоры Гөлназ Мәғәфүрова сценарийы буйынса әҙерләнгән матур концерт номерҙары менән үрелде, буласаҡ һалдаттар — уҡыусы малайҙар сәхнәне дер һелкетеп бейеһә (етәкселәре Гөлйөҙөм Вәлиева, Миләүшә Сәлимова), «Йәнгүзәл» ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары «Ҡайтмаған һалдаттар» йырын башҡарып, күңелдәрҙе моңһоуландырҙы. Буранғол егете, ветеран Илгиз Ялмырҙиндың йыры ла йөрәккә үтеп инде.

Йыйын һуңынан ветерандар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға венок, сәскәләр һалды, китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән ҡыҙыҡлы күргәҙмә һәм урындағы мәктәп музейы менән танышты. Уның етәксеһе Гөлшат Ғәбитова әйтеүенсә, музейҙы тергеҙеүҙә, уны экспонаттар менән байытыуҙа Буранғол ауылы эшҡыуары, үҙе Чечен һуғышы ветераны Илшат Ғилмановтың ярҙамы ҙур булған. Булдыҡлы уҙамандың инициативаһы менән музейҙа хәрби хәрәкәттәр ветерандары стенды ла булдырылған.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: