+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2019, 10:20

Тәрбиәгә алынған балаларҙы ҡарау өсөн пособие арттырыла

“Демография” милли проектына ярашлы тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙәге балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие күләме арта.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙәге балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие, ошо ата-әсәләргә тейешле түләү, шулай уҡ опекаға һәм попечителлеккә тапшырылған балаларҙы ҡарау өсөн пособие күләмен 2020 йылдың 1 ғинуарынан 4 % арттырыу тураһында закон ҡабул ителде.
Бындай ғаиләләргә пособие күләмен арттырыу өсөн 2020 йылда республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә 68,4 миллион һум бүленә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Әйтәйек, әгәр хәҙер 3 йәшкә тиклемге баланы тәрбиәгә алған ата-әсәгә 9374 һум түләнһә, яңы йылда ул — 9749 һум, ә 3 йәштә өлкәнерәк балаларҙың ата-әсәһенә 7814 һум урынына 8126 һум була. Түләүҙәрҙең тулы таблицаһы ведомствоның сайтында баҫылған.
Читайте нас: