+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2019, 11:49

Хәлил — иң матур ауыл

Ауылдың республика конкурсында еңеүсе булыуын раҫлаусы стела ҡалҡты.

Был хаҡта киләсәк быуындар ҙа белеп үҫер. Ауылдың республика конкурсында еңеүсе булыуын раҫлаусы стела ҡалҡты.

Хәтерегеҙҙәлер әле: былтыр бөтә район менән зыҡ ҡубып, беренсе тапҡыр ойошторолған «Башҡортостандың иң матур ауылы» республика конкурсында тауыш биреүҙә бәйгенең өсөнсө турына үткән Хәлил ауылын алға сығарыуға өлөшөбөҙҙө индергәйнек. Еңеүсе ауылға 100 мең һум премия тапшырылды һәм конкурстың шарты буйынса «Башҡортостандың иң матур ауылы – 2018» тигән стела ҡуйыу вәғәҙә ителде. Премия аҡсаһын ауыл биләмәһе Советы һәм активы ҡарары менән быйыл «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса төҙөлгән ял паркына өҫтәмә рәүештә балалар өсөн уйын ҡорамалдары һатып алыуға тотонһалар, ҡалған суммаға ошонда уҡ видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйҙыртасаҡтар.

Вәғәҙә иткәндәренсә, яҙғыһын уҡ ҡуйылырға тейешле стела ғына бер аҙ көттөрә. Башта конкурсты ойоштороусылар уны үҙҙәре эшләтеп килтерергә ышандырһа, бағымсы ойошмала етди үҙгәрештәр арҡаһында был эш бер ни тиклем ваҡытҡа кисектерелә. Ниһәйәт, теүәл бер йыл тигәндә, ауыл хакимиәте иҫәбенә стела эшләтеү өсөн 50 мең һум күләмендә аҡса күсерелә. Һәм Хәлил ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллин, инде көҙ миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ көттөргән арт-объектты быйылдан ҡалмай эшләтеп ҡуйырға ҡарар ҡыла. Ауыл биләмәһендә ППМИ, «Аныҡ эштәр» проекттары буйынса бер нисә объектта төҙөкләндереү эштәрен атҡарған, күптән эшлекле хеҙмәттәшлек ептәре нығынған булдыҡлы йәш эшҡыуар Йәмил Баймырҙинға мөрәжәғәт итәләр. Ысынлап та, Йәмил Рафиҡ улы төҙөлөш бригадаһындағы егеттәр менән ышанысты аҡлап, тиҙ арала эшкә тотона. Ер туңып ҡар ятмаҫ элек шлакоблоктан постаментын күтәреп тә ҡуялар. Ә стеланы ҡалала заказ буйынса эшләтәләр.

— Бер нисә вариантты ҡараныҡ һәм ошоноһона туҡталдыҡ. Конкурста еңгәс, мөһабәт стела ҡуйыу тураһында хыялланғайныҡ. Башта был маҡсатта 100 мең һум аҡса ҡаралған тип тә әйткәйнеләр. Әммә финанстарҙың яртылаш ҡыҫҡартылыуы сәбәпле, юрғанға ҡарап аяҡты һуҙырға тура килде. Былай стела күркәм, ыҡсым ғына килеп сыҡты. Унда ауылдың исеменән тыш, райондың эмблемаһы сағылдырылды, «Башҡортостандың иң матур ауылы – 2018» тигән яҙыу мәңгеләштерелде, милли рухтағы биҙәк менән һырланды. Төҙөүсе егеттәргә рәхмәт. Стеланы тимер рәшәткә менән уратып алыу ҙа күҙ уңында тотола, — тине Айбулат Баҡый улы.

Стела ауылға килеп ингән урынға, оло юл сатына ҡуйылды. Хәлилдәрҙе ҡайтҡанда ҡолас йәйеп ҡаршы алыр, киткәндә хәйерле юлдар теләп оҙатып ҡалыр, юлаусыларға иһә ауылдың күркәмлеге, матурлығы тураһында өнһөҙ һөйләр, ҡунаҡтарҙы «Рәхим итегеҙ!» тип ихлас ҡабул итер Хәлилдең йөҙөн сағылдырған ғорурлыҡ билдәһе булыр ул.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: