+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2019, 13:00

Хуш киләһең, Яңы йыл!

Яңы йыл иртәлектәре башланды. Район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан райондың төп шыршыһы тирәләй иң беренсе байрам сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар өсөн үткәрелде.

Байрамға бөтә үҙенсәлекле балалар ҙа саҡырыу алды. 211 баланан етмештән ашыуы ата-әсәләре менән килеп етте. Сара иҫ киткес мөғжизәле, мауыҡтырғыс булды. Район мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре йылдағыса мажаралы әкиәти тамаша ҡуйҙы. Үҙҙәре менән бергә был мажараларға байрамға йыйылған кескәйҙәрҙе лә йәлеп итте, йырлатты, бейетте.
Балаларҙы Яңы йыл менән ҡотларға район башлығы И. Т. Нафиҡов килде.
Сара хәүефһеҙ үтһен өсөн байрамда медицина хеҙмәткәре лә эшләне.
Бөтә үҙенсәлекле балалар ҙа район хакимиәтенең байрам күстәнәсен алды. Сараға килә алмаусылар ҙа өлөшһөҙ ҡалманы, ауыл биләмәләре аша тапшырылды.
Читайте нас: