Бәйгелә бөтә ауыл менән бер төптән күтәрелеп ҡатнашырға йөрьәт иткән, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, дөйөм спорт сараларына йәлеп итеү, имен булмаған, эске менән мауыҡҡан ғаиләләрҙе ҡулға алыу, гөрләтеп айыҡ туйҙар уҙғарып, хәмерһеҙ ҙә бынамын итеп күңел асып булыуын дәлилләү, дингә һыйыныу һәм башҡа юлдар аша социаль күрһәткестәрҙе яҡшыртырға тырышҡан өсөн барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа хөрмәтләнде. Шәрип, Буранғол, Амангилде, Дәүләт, Юлдаш, Таштимер ауылдары номинацияларҙа билдәләнде. Тәпән ауылы – өсөнсө, Туйыш – икенсе, Үтәгән беренсе урынға лайыҡ булды. Гран-приҙы Булат ауылы яуланы. Барыһы ла ауылда спортты артабан үҫтереүҙе күҙ уңында тотоп спорт тауарҙары һатып алыуға сертификаттар менән бүләкләнде.
Баһалау критерийҙары араһында социаль күрһәкестәргә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Әйтәйек, йыл дауамында Булат ауылында – 5, Үтәгәндә 2 айыҡ туй уҙған. Демографик хәлгә килгәндә, иң күп тыуым Дәүләт ауылында теркәлгән. Бында 21 сабый донъяға килгән. Таштимерҙә 12, Буранғолда 11, Амангилделә 9 бала тыуған. Диспансеризация үтеү буйынса иң яҡшы күрһәткескә Амангилде һәм Тәпән ауылдары халҡы өлгәшкән – 107-шәр процент. Унан ҡала Шәрип (93), Буранғол (92) ауылдарында йәшәүселәр сәләмәтлектәренә битараф ҡарамаған. Булат һәм Тәпән ауылдарында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә тороусы ғаиләләр, балалар бөтөнләй юҡ. Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса район хакимиәтенең административ комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы Амангилде, Үтәгән, Юлдаш һәм Шәрип ауылдарында ғаилә низағтары теркәлмәгән. Конкурс сиктәрендә уҙғарылған район күләмендәге спорт сараларында Булат, Таштимер, Үтәгән ауылдары халҡы дәррәү һәм һөҙөмтәле ҡатнашҡан. Конкурс барышын сағылдырған альбомдар төҙөү буйынса Үтәгән, Булат ауылдарының эше тулы һәм йөкмәткеле булыуы менән айырылған. Туйыш, Таштимер, Дәүләт, ауылдарында «Сәләмәт ауыл»ға арналған бөтә саралар ҙа социаль селтәрҙәрҙә әүҙем яҡтыртып барылған.