+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2019, 12:49

Гәзиткә яҙылыу 15 ғинуарға тиклем оҙайтылды!

2020 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға, шул иҫәптән «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә яҙылыу киләһе йылдың 15 ғинуарына тиклем оҙайтылды.

Был аҙналағы уйын еңеүселәре: Амангилденән Мәүлит Лоҡманов, уға мунсала сабыныу өсөн кәпәс менән бейәләй эләкте һәм Айыуһаҙынан Фирғәт Арғынбаев, ул БИТ йыйылмаһы менән отвертка отто.

Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын көтөп ҡалабыҙ, үҙең менән паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп килергә кәрәк.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына шуны ла еткерергә ашығабыҙ: 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға, шул иҫәптән «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә яҙылыу киләһе йылдың 15 ғинуарына тиклем оҙайтылды. «Осҡон»ға яҙылып өлгөрмәгәндәр почта бүлексәләренә барып, почтальондарға мөрәжәғәт итеп, редакцияға килеп тә, абонемент тултыра ала.

Киләһе йылда ла «Осҡон» менән бергә ҡалығыҙ, дуҫтар!

Мөхәрририәт.


Читайте нас: