+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2019, 12:10

Уҡыуҙар ойошторола

Уҡытыу М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Өҫтәмә белем биреү институты майҙансығында ойошторола.

Имамдар, православие руханиҙары, ғаилә менән эшләгән белгестәр, опека һәм попечителлек органдары, отставкалағы судьялар, балалар омбудсмены аппараты, психологтар «Мәғариф» милли проектының «Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр» федераль проекты буйынса курс үтергә тейеш. Шул рәүешле белгестәр ғаилә медиаторҙарына әүерелә, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Борис Беляев.
«Уҡытыу М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Өҫтәмә белем биреү институты майҙансығында ойошторола.
Тап ошо кешеләр ғаиләләр һәм уларҙың проблемаларын хәл итеү өҫтөндә эшләй, шуға күрә заманса шарттарҙа медиатив технологияларҙы, медиация процедураларын белеү мотлаҡ», — тине вице-премьер.
Тренер-медиатор Максим Беляевтың курсын тамамланғас, «студенттар» имтихан бирергә, квалификацияны күтәреү тураһында таныҡлыҡ алырға һәм ғаилә медиаторҙары сафын тулыландырырға тейеш.
Читайте нас: