+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2019, 11:40

Бәпес ҡараған мәлдә һөнәрле булыу өсөн

Гүзәл заттарға ҙурыраҡ мөмкинлектәр асыласаҡ.

Киләһе йылдан РФ Хеҙмәт министрлығы декрет ялында булған ҡатындарҙы өҫтәмә курстарҙа уҡытыуға 2 миллиард һум аҡса бүләсәк. «Демография» милли проекты сиктәрендә атҡарыласаҡ был сара, ведомство етәксеһе Максим Топилин әйтеүенсә, милли проекттар мөҙҙәте тамамланғансы, йәғни 2024 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Сабыйҙарын тәрбиәләп өйҙә ултырған мәлдә һөнәрен үҙгәртергә теләгән гүзәл заттарға ярҙам күрһәтелеүе ҙурыраҡ мөмкинлектәр асасаҡ.
Читайте нас: