+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2019, 17:10

Әбйәлил — өсөнсө урында!

Беҙҙең район быйыл да тыуым кимәле буйынса республикала Бөрйән һәм Баймаҡ райондарынан ҡала өсөнсө урында килә.

Район ЗАГС бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөгөнгө көнгә 517 сабый теркәлгән. Уҙып барған йылдың һуңғы ике көнөндә тағы ла үҫеш яғына үҙгәреш булырына өмөт ҙур.
Ҡалалар араһында Өфө беренселектә килә, икенсе урында Стәрлетамаҡ булһа, Нефтекамала ла сабыйҙар тыуымы башҡаларҙан күберәк булған.
Киләһе йылдарҙа рсепубликала тыуым артыр һәм Әбйәлил дә был тәңгәлдә алдынғылыҡты бирмәҫ, тип ышанабыҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, “республикабыҙ һәр сабыйға шат буласаҡ. Дәүләт, йәмғиәт, беҙ барыбыҙ ҙа ярҙам итергә әҙер. Сабый тыуыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ”.
Читайте нас: