-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Декабрь 2019, 13:25

Номерҙы автосалонда алырға була

Рәсәйҙә 2020 йылдың 1 ғинуарынан яңы автомобилдәрҙе, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына бармайынса, автосалонда теркәргә мөмкин

Был хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Автосалонда теркәү тураһында таныҡлыҡ һәм яңы автомобилгә дәүләт теркәүе билдәләрен алырға мөмкин. Автомобилдәрҙе махсус ойошма статусына эйә компаниялар теркәй ала. Тимәк, автомобиль һатыу менән шөөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлек даирәһе киңәйә. Бындай компаниялар Эске эштәр министрлығының дәүләт реестрына индерелергә тейеш.
Транспортты теркәү өсөн автосалон хеҙмәткәре машинаны ҡарап сығырға, документтарҙы тикшерергә һәм тикшереү һөҙөмтәләрен дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ЮХХДИ бүлегенә тапшырырға бурыслы. Һуңынан ЮХХДИ был мәғлүмәттәрҙе тикшерә, ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, теркәү тураһында таныҡлыҡты һәм номерҙы автосалонға тапшыра.
Бынан башҡа, документта күренеүенсә, автомобилдең дәүләт теркәү номеры машина хужаһы теркәлгән урындың төбәк коды нигеҙендә бирелә.
Хөкүмәт сайтында билдәләп үтелгәнсә, автомобилдәрҙе дәүләт теркәүенә алыуҙың яңы ҡағиҙәләре криминаль тарихы булған машиналарҙы әйләнештән төшөрөп ҡалдырыуға йүнәлтелгән.
Читайте нас: