+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2020, 17:48

Башҡортостанда быйыл тағы һигеҙ санавиация вертолет майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк

2020 йылдың июленә тиклем тағы һигеҙ санавиация вертолет майҙансыҡтары төҙөләсәк, тип хәбәр иттеләр 30 декабрҙә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

2020 йылдың июленә тиклем тағы һигеҙ санавиация вертолет майҙансыҡтары төҙөләсәк, тип хәбәр иттеләр 30 декабрҙә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Уларҙы быйылғы йылдың икенсе ярты йыллығынан милли проект сиктәрендә файҙаланыу күҙаллана.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин хәбәр итеүенсә, Өфөлә республика клиник перинаталь үҙәге биләмәһендә ошондай бер майҙансыҡ асылды.
Июлгә Нефтекамала, Асҡында, Баймаҡта (Сибайҙа), Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм Өфөлә яңы майҙансыҡтар барлыҡҡа килергә тейеш. Пациенттарҙы Өфөгә вертолет менән килтереү ваҡытты экономиялай: мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан осош өсөн 40 минут, Сибайҙан һәм Баймаҡтан – бер сәғәт 40 минут, Белореттан – бер сәғәт 30 минут, Октябрьскийҙан бер сәғәт кәрәк.
Читайте нас: