-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2020, 14:55

Үҙеңдең хоҡуҡтарыңды белеү мөһим

Рәсәй Президенты граждандарға үҙҙәренә тейешле льготалар хаҡында мәғлүмәтте алыу ысулын һайлау хоҡуғы тураһында законға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, рәсәйҙәр был мәғлүмәттәрҙе дәүләт хеҙмәттәре порталы, берҙәм колл-үҙәк йәки власть органдары аша белә ала. Закон төпкөл райондарҙа йәшәгән кешеләргә үҙҙәренә тейешле бөтә дәүләт ярҙамы саралары тураһындағы мәғлүмәтте ваҡытында белергә булышасаҡ. Мәҫәлән, бала тыуғандан, инвалидлыҡ билдәләнгәндән һуң, пенсияға сығыу ваҡыты яҡынлашҡанда ҡайһы берәүҙәр социаль ярҙам саралары тураһында асыҡ белмәй.
Дәүләт Думаһы депутаты Вячеслав Володин әйтеүенсә, бөгөн өс меңдән ашыу социаль ярҙам сараһы 54 миллион гражданға күрһәтелә. Үкенескә ҡаршы, байтаҡ кеше үҙенең хоҡуҡтарынан тулыһынса файҙаланмай.
Читайте нас: