+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2020, 17:05

Ирекмәндәрҙең эше баһаланды

Бына ике айҙан ашыу инде бөтә Башҡортостан тулыһынса тапшырыуҙарҙы аналог алымда күрһәтеүҙән туҡтап, һанлы форматҡа күсте.

Ишҡол, Ҡаҙмаш, Салауат, Йәнекәй һәм Күсем ауылдарында телевышкалар ҡуйылды. Хәҙер район 72 ауылы халҡы 20 каналды ҡарай, өс радиостанцияны тыңлай ала. Әлмөхәмәт, Ҡушый, Әбделғәзе, Иҫке Балапан, Нияҙғол, Булат, Әүмеш ауылдарында иһә һанлы телевидение өлөшләтә генә күрһәтә. Ә Әхмәт, Буранғол, Иҙәш һәм Тал Ҡусҡары, Исхаҡ, Исҡужа, Ишкилде, Ҡалмаҡ, Ҡырҙас, Ҡолоҡас, Мәйгәште, Һәйетҡол, Тирмән, Уральский, Хәмит, Хөсәйен, Шәрип, Ярлыҡап ауылдары һанлы телевидение зонаһына бөтөнләй эләкмәй. Әммә шулай ҙа был ауылдар халҡы ла IP-телевидение, “Башинформсвязь”, төрлө спутник телевидение операторҙары аша һанлы телевидениеға тоташтырылды.
Башҡортостанда балаһына пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, федераль социаль түләм алған пенсионерҙарға һанлы күрһәтеүгә күсеү өсөн дәүләт ярҙамы билдәләнде. Ауылы һанлы телевидение зонаһына эләкмәгән район ауылдарынан 279 йортҡа бушлай юлдаш тәрилкәләре ҡуйылды. Был эште шәхси эшҡыуар Азамат Мөхәмәтдинов уңышлы башҡарып сыҡҡан.
Халыҡҡа һанлы телевидениеға күсеү мөмкин тиклем еңел һәм уңайлы булһын өсөн тотош республикалағы кеүек Әбйәлилдә лә ирекмәндәр эшләне. Улар һанлы телевидениеға күсеүгә әҙерлек барышында аңлатыу эштәре алып барҙы, кешеләрҙең һорауы буйынса приставка һәм ҡорамалдарҙы һанлы күрһәтеүгә дөрөҫ тоташтырыу һәм көйләү йәһәтенән ярҙам күрһәтте. Был эштә айырыуса тырышлыҡ күрһәткәндәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бындай бүләккә Азамат Мөхәмәтдинов, Асҡар ауыл биләмәһенән Салауат Шәйхин, Рамил Байтурин һәм Әлиә Батталова, Миләүшә Итҡолова, Дилә Шәрәфетдинова (Әлмөхәмәт), Йәмил Хөснөтдинов (Байым), Ғәзим Усманов (Буранғол), Минзәлә Зарипова (Гусев), Динара Сафиуллина (Ҡырҙас), Элмира Бәҙретдинова, Вилен Рысбаев, Анна Ковалева (Красная Башкирия), Эльвира Кәримова (Рауил), Гөлсәсәк Аллаярова, Ринат Хафизов (Ташбулат), Гүзәл Вәлиева (Таштимер), Илдар Ғәбитов, Руслан Ғибәҙәтов (Хәлил), Әсләм Баһауетдинов (Хәмит), Гөлсиә Кәҫтәрәмова, Юлиә Азаматова (Йәнгел) лайыҡ булды.
Читайте нас: