Президент билдәләп үтеүенсә, Нестеров тарафынан тупланған коллекция музейҙың бай экспозицияһының нигеҙенә ятты. Уның буйынса был юбилей датаһы – Өфөнөң һәм бөтә Башҡортостандың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиға.
Дәүләт башлығы учреждение коллективына художестволы, рухи һәм тарихи мираҫты һаҡлау буйынса һөнәри уңыштар һәм һөҙөмтәле хеҙмәт теләне.
Белешмә.
Башҡорт дәүләт художество музейы — 1919 йылдың 5 ғинуарында, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡаланың революцион комитеты ҡарары нигеҙендә ойошторола һәм бер йылдан һуң, 1920 йылдың 5 ғинуарынан, эшләй башлай. Ул саҡта Пролетар художество музейы тип атала.
Тиҙҙән Мәскәүҙән күренекле рәссам Михаил Васильевич Нестеровтың яҡташтарына — Өфө халҡына — бүләк иткән 102 картинанан торған коллекцияһы ҡайтарыла. Был коллекцияла И. Репин, И. Левитан кеүек бөйөк рәссамдарҙың картиналары ла була.
Музейҙың XIX—XX быуаттағы урыҫ сәнғәте булеге Нестеров бүләге менән генә сикләнмәй. Уны тулыландырыуға Мәскәү һәм Ленинград галереялары һәм музейҙары ҙур ярҙам курһәтә. Улар аша Өфөгә Көнбайыш Европа, шулай ук Япония һәм Ҡытай сәнғәте өлгөләре лә килә. Музей өҙлөкһөҙ тулылана. Башкорт һынлы сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе, халыктың һырлап, биҙәп, сигеп зауыҡ менән эшләгән әйберҙәрен йыйыу буйынса үткәрелгән экспедициялар һөҙөмтәһендә музейҙа бик бай, шул иҫәптән Башҡортостандың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырыусы яңы бүлектәр асыла.
М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы – Башҡортостан Республикаһының мөһим мәҙәни үҙәктәренең береһе.