+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар 2020, 15:30

Еңеүгә бәйле урамдар ремонтлана

Баш ҡалала Еңеү көнөнә бәйле булған урамдар һәм юлдарҙы ремонтлаясаҡтар.

Был акция Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Ремонт Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ.
Акцияға Бөйөк Еңеү көнөнә арнап йәки һуғышта ҡатнашҡан геройҙар исеме менән аталған бөтә урамдар ҙа инә. Өфөлә ошондай 22 урам иҫәпләнә. Ҡала хакимиәте башлығы сайтында юбилей йылы дауамында ремонтланасаҡ урамдар исемлеге баҫылған.
Мәҫәлән, Революция урамынан Достоевский урамына тиклем, Чернышевский урамынан Воровский урамына тиклемге участкалар яңыртыласаҡ. Шулай уҡ Өфө шоссеһынан алып Маршал Жуков урамына тиклемге юлды ла үҙгәреш көтә. Мотлаҡ рәүештә Мостай Кәрим урамындағы ремонт та дауам итәсәк (Чернышевский урамынан алып Достоевский урамына тиклем).
Читайте нас: