+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар 2020, 16:00

Шыршыны сүплеккә ташлама!

Баш ҡалабыҙ Өфөлә 11, 12, 18, 19 ғинуар көндәрендә Яңы йыл шыршыларын йыйыу буйынса экологик акция үткәрелә.

Был эш Владимир Путиндың “май указдарына” ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был көндәрҙә шыршыларҙы ҡала буйынса булдырылған 24 махсус ҡабул итеү пункттарына тапшырырға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, 18 ғинуарҙа баш ҡаланың “Аркада” һәм “Купец” сауҙа үҙәктәре янында Яңы йыл ҡупшыҡайҙарын үтилләштереү буйынса өҫтәмә нөктәләр асыласаҡ.
Акцияның төп маҡсаты - ҡала халҡының иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына йәлеп итеү, шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында ҡулланыу мөмкинлектәрен асыу.
Әлеге акция беренсе тапҡыр 2019 йылдың ғинуарында үтте. Унда ике көн эсендә бер меңдән ашыу ағас йыйылды. Улар “Кроношпан” заводына ҡабаттан эшкәртеүгә оҙатылды.
Читайте нас: