+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2020, 11:25

Льготалы автокредитлау программаһы дауам итә

Был программа Рәсәй хөкүмәте яғынан илебеҙҙең автомобиль етештереүсе сәнәғәттенә ярҙам булараҡ һуңғы бер нисә йыл эшләп килә.

Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы 2020 йылдың 1 ғинуарынан «Ғаилә автомобиле» һәм «Беренсе автомобиль» льготалы автокредитлау программаларын тергеҙҙе, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. 2020 йылға субсидияларҙың дөйөм күләме — 5 миллиард һум.
Льготалы автокредитлау программалары сиктәрендә автомобиль хаҡынан 10% күләмендә ташлама тәҡдим ителә. Ул кредит буйынса тәүге взнос түләү өсөн ташлама рәүешендә рәсмиләштерелә, ә финанс ойошмаларына алып еткерелмәгән килем федераль ҡаҙнанан компенсацияланасаҡ
Әйткәндәй, 2019 йылда льготалы автокредитлау программаларына 9,4 миллиард һум бүленгән (июлдә министрлыҡ өҫтәмә рәүештә 6 миллиард һум бүлгән). Тимәк, бындай дәүләт ярҙамы аша күптәр ташлама менән автомобиль алып күптәнге хыялын тормошҡа ашырһа, шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәренең автомобиль салондарының тауар әйләнешен арттырасаҡ.
Читайте нас: