Шуларҙан кондитер изделиялары, печенье, туңдырма, дөгө, үҫемлек майы донъяла иңдән-иңдәре тип һанала, күп сит илдәре беҙҙән һатып ала. Етештерелгән ит күпләп Латин Америкаһына оҙатыла.Ә Рәсәйҙең ҡош ите сифаты буйынса донъяла иң яҡшыларҙан һанала. Бер нисә йыл илебеҙ сит илдәргә иген һатыу буйынса алдынғы урындарҙы алып килә. Сыр продукцияһын етештереүҙә лә һуңғы йылдарҙа алға китеш бар. Был турала Рәсәйҙең сифат ведомствоһы етәксеһә Максим Протасов белдерҙе.