- Элек бындай ярҙам 18 йәшкә тиклемге һигеҙ (2019 йылдың октябренә тиклем хатта 9 ине) һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бирелһә, хәҙер бындай ярҙамға 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан да күберәк балалары булған ғаиләләр иҫәп тота ала. Йәғни ошондай финанс ярҙам алыусылар һиҙелерелек артасаҡ ,- тип аңлатма бирә яңы закон буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Парламент етәксеһе билдәләүенсә, 18 йәше тулған балалар уҡыуҙарын колледж-институттарҙа дауам итә, йәғни ата-әсә ҡарауында була. Һөнәр алғас ҡына үҙҙәрен-үҙҙәре тәьмин итә. Был 18 түгел, ғәҙәттә 23 йәш тулыуға мөмкин була. Ошоға ярашлы, 18-23 йәшлек ул-ҡыҙҙары булғандар ҙа дәүләттән ярҙам алыуға хоҡуҡлы.