+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2020, 12:45

Ҙур спортҡа ышаныслы аҙымдар

Яңыраҡ Италияла уҙған XIX Ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашыусы Рәсәйҙең спорт мастеры, Рысҡужа егете Зөлфир Зәйнуллин хаҡында булыр һүҙ.

Йәш ғаиләгә бәхет, ҡыуаныстар өҫтәп донъяға килгән малайҙың теремек, тос ҡына булып көндән-көн үҫеп-үҙгәреүенә ата-әсәһе һоҡланып туймағанда бәлә ишек шаҡый. Дүрт айлыҡ бәпес ауырып дауаханаға эләгә. Ҡала табиптары бер аҙна баланың ғүмере өсөн көрәшә. Реанимациянан һуң тура инфекция дауаханаһына оҙатыла. Шалҡандай малайҙың тәүге тапҡыр ныҡ итеп сирләүенең эҙемтәһе бер нисә айҙан сәләмәтлегендә сағыла. Өлкәндәр уның ҡолаҡҡа ҡатыуын шәйләй... Яңыраҡ Италияла уҙған XIX Ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашыусы Рәсәйҙең спорт мастеры, Рысҡужа егете Зөлфир Зәйнуллин хаҡында булыр һүҙ.

Малай өс йәшен тултырғас, ата-әсәһе йөрьәт итә алмаған аҙымды өләсәһе яһай. Ишетмәгәс, теле лә асылмаған, бары ым-ишара, төртөп күрһәтеү менән сикләнгән ейәне тормошҡа яраҡлашырға, әйтерен аңлатырға тейеш, тип ҡарар итә аҡыллы ҡатын. Икенсегә бәпәй көткән килененән сабый ғынаһын ҡалдырып ҡайтыу ғазабын кисерттермәҫ өсөн Зөлфирҙе Өфөләге 6-сы махсус балалар йортона үҙе илтә.

— Улыбыҙҙы каникулда ғына алып ҡайта инек. Һағыныуыбыҙға сыҙай алмай мин, атаһы, ҡәйнәм янына йыш барып торҙоҡ. Айырыла алмай илашҡан, бушҡа ғына баламды бында ебәрҙем тип, ауыр уйҙарҙан йөрәгемә ҡан һауып ҡайтҡан саҡтар әҙ булманы. Ҡәйнәмдең рухи ныҡлығы өсөн рәхмәтлемен. Тыуғанынан ҡарашып үҫтерешкән ейәне өсөн өҙгөләнеүен беҙгә күрһәтмәҫкә тырышты, көслө ихтыяр өлгөһө булды. Күршеләребеҙгә лә рәхмәтем ҙур. Үҙебеҙҙең телефон булмағас, тәрбиәселәре Насирйән апаларға шылтыратып, улыбыҙҙың хәл-әхүәлен белдереп торҙолар, — тип һөйләй егеттең әсәһе Земфира Ишбулды ҡыҙы.

Әгәр Зәйнуллиндар улдарын йәлләп, ҡурсалап шул ваҡытта үҙҙәре янында ҡалдырһалар, малайҙың киләсәге өнһөҙ, аңһыҙ ғына түгел өмөтһөҙ ҙә булыр ине. Бөгөн егет йәмғиәттә үҙен сит итеп тоймай, кешеләрҙең нимә тип әйтеүҙәрен ирендәренән, хәрәкәттәренән үк уҡый, ым-ишара телен белмәгәндәр менән яҙышып аңлаша, яҡындары менән смс-бәйләнеш тота.

Спортҡа тәүге аҙымдарын 7 йәшлек сағында яһай Зөлфир. Ул мәлдә ул Дим биҫтәһендәге ишетмәгән балалар өсөн тәғәйенләнгән махсус коррекция мәктәп-интернатына уҡырға төшә. Физкультура уҡытыусыһы Андрей Геннадьевич (үкенескә, фамилияһын хәтерләмәйҙәр) малайҙың спортҡа һәләтен һиҙеп, уны үҫтереүгә көс һала. Зөлфир йөҙөү буйынса ал бирмәй, теннис һәм шахматты үҙ итә, бигерәк тә саңғы буйынса ҙур өмөттәр уята. Әйткәндәй, Зәйнуллиндар нәҫелендә саңғысылар күп. Миҫалды алыҫ туғандары араһынан эҙләргә кәрәкмәй: атаһы Даян Марс улы, инәй-апайҙары барыһы ла әүәлге саңғысылар.

Рәсәй кимәлендәге тәүге еңеүен Зөлфир 2011 йылда яулай: Ижевскиҙан алтын миҙал тағып ҡайта. 2013 йылда ишетмәгән мәктәп уҡыусылары араһында Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында уҙған Ҡышҡы спартакиадала көмөш һәм бронза призер була. Баш ҡаланың Олимпия резервы спорт мәктәбендә тренер О. Г. Иванов ҡулы аҫтында шөғөлләнгән егет 2015 йылда тау саңғыһы спортының слалом-гигант дисциплинаһында юниорҙар араһында Рәсәй чемпионы исемен яулай. 2016 йылда Рәсәй чемпионатында өлкәндәр араһында көмөш призер була. 2017 йылда махсус слалом буйынса Рәсәй кубогы еңеүсеһе, 2018 йылда гигант буйынса призер.

Интернатта ла спорт өсөн яуаплылыҡ уға йөкмәтелә — тәрбиәләнеүселәргә иртәнге гимнастика үткәрә. Уҡыу буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. 2016 йылда дөйөм уңыштары өсөн З. Зәйнуллин мәктәптең «Йыл уҡыусыһы» исеменә лайыҡ була. Был осорға инде ҙур спортта уңыштар ҡаҙанған яҡташыбыҙ Рәсәйҙең спорт мастеры дәрәжәһен яҡлай.

Мәктәпте тамамлағандан һуң егет үҙ аллы тормошоноң тәүге йылын тулыһынса спортҡа бағышлай. Ярыш артынан ярыштар, көсөргәнешле күнекмәләр менән бер йылдың уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡала. Тәүлектең күпселек ваҡытын күнекмәләрҙә үткәрә. Зөлфирҙең спорттағы ҡаҙаныштары артында ныҡышмал күнекмәләр ята. Ләкин һөнәр алыу уйы ла уны ташламай. Тренеры Олег Геннадьевичтың кәңәшен тотоп, Өфөлә күп йүнәлешле колледжға тренерлыҡҡа уҡырға ингән. Әле икенсе курста көндөҙгө бүлектә уҡый.

Зөлфирҙең район инвалидтар йәмғиәте ағзаһы булыуы тураһында ла әйтеп үтке килә. Өйҙә сағында районда үткәрелгән сараларҙан ситтә ҡалмай. 2018 йылда Әбйәлил командаһы составында Мәсетле районында уҙған республика турслетында ла ҡатнашты, команданың еңеүенә үҙ өлөшөн индерҙе.

Каникулдарында, байрамдар осоронда тыуған ауылына ҡайтып китергә тырыша егет. Таһыл, көслө улдарының ҡолас ташлап бесән сабыуына, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашыуына ата-әсәһе ихлас ҡыуана. Яңы йылға ҡайтҡан арала ла ихаталағы ҡарҙы көрәп, һындар әүәләргә өлгөргән. Ҡустыһы Радик менән һеңлеһе Зиләрә өсөн өҙөлөп торған туған йәнле ағай ҙа. Сит илдәрҙән бүләктәр, сувенирҙар алып ҡайта. Яҡындары менән араларын күпселектә мобиль бәйләнеш тоташтырғанға күрә әсәһенә һәм ҡустыһына тыуған көндәренә телефон бүләк иткән.

— Улыбыҙ тығыҙ графикта йәшәй. Даими рәүештә юлда. 2019 йылда Австрияла, Кисловодскиҙа күнекмәләрҙә булды. Эльбрусҡа күтәрелде. Үҙебеҙҙә Абҙаҡтағы, Яҡтыгүлдәге тау-саңғы үҙәктәрендә уҙған ярыштарҙа ҡатнашты. Һуңғыһында булып үткән Рәсәй чемпионатындағы һөҙөмтәләре буйынса Сурдлимпиадаға һайлап алынды, — тип һөйләй әсәһе.

Италияла уҙған XIX Ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында 28 илдән йыйылған спортсылар араһында Зөлфир һынатмай. Йәш спортсы төрлө дисциплиналар буйынса түбәндәгесә һөҙөмтәләр күрһәтә: тауҙан тиҙлеккә төшөүҙә 10-сы, супергигантта — 15-се, комбинация буйынса — 9-сы, гигант слаломда — 11-се, слаломда — 9-сы урын. Былар ҙур спортҡа юл ярыусы Зөлфирҙең донъяуи кимәлдәге ярышта тәүге ҡаҙаныштары ғына. 21 йәшлек яҡташыбыҙҙың яулайһы бейеклектәре алда әле.

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Р. Т. Хәбибов яҡташыбыҙҙы, Италиянан ҡайтҡас, спорттағы юғары һөҙөмтәләре, оҫталығы һәм еңеүгә ынтылышы, республикала адаптив спортты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләне, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар ҡаҙанырына ышаныс белдерҙе. Яңы йылға бер нисә көнгә генә Рысҡужаға ҡайтып киткән егетте тыуған ерендә лә һөйөнөслө ваҡиғалар көтә ине. Район башлығы И. Т. Нафиҡов Зөлфир менән шәхсән осрашып, уға район хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы. Район инвалидтар йәмғиәтендәге йылы осрашыуҙан да фәҡәт яҡшы тәьҫораттар алып, спортсы егет Мурманскиға юлланды.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: