Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә – Конституцияла дәүләт башлығының бурысы булараҡ билдәләнгән, уның йыл һайын сығыш яһауы. Мөрәжәғәтнамәлә ил етәксеһе Рәсәй үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй һәм ошоға ярашлы хөкүмәт менән парламентҡа бурыстар ҡуя.
ТАСС хәбәрсеһенә мөрәжәғәтнамәгә ҡағылышлы биргән интервьюһында Владимир Путин халыҡтың килем кимәле түбәнәйеүенә борсолоу белдерә. “Ул бер урында тороп ҡалды һәм үҫмәй, ә инфляция арта бара һәм һөҙөмтәлә кешеләрҙең көнитмеше насарая”, тип иҫәпләй Президент.
Тимәк, быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә граждандарҙың йәшәү рәүешенә, уларҙың тормош кимәлен яҡшыртыуға бәйле фекерҙәр, ҡарарҙар булырына ышаныс ҙур