+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2020, 11:30

“Фән” милли проекты — өҫтөнлөклө йүнәлеш

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры һүҙҙәренә ҡарағанда, инфраструктура — иң төп мәсьәләләрҙең береһе.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путин фән юлын һайлаусылар менән даими осрашыуҙар ойоштора. Ошондай осрашыуҙарҙа Борис Ельцин исемендәге Урал федераль университетында йәш ғалимдар менән һөйләшеү барышында уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ил Хөкүмәтенә саралар планын эшләргә ҡушты.
Әйткәндәй, был тәңгәлдә Башҡортостанда ла уй-маҡсаттар тормошҡа ашырыла. Республикабыҙҙа “Фән” милли проектына ярашлы йәш ғалимдарҙы ғилми эҙләнеүҙәргә әйҙәү өсөн Ғилми-мәғариф үҙәге һәм вуз-ара кампус төҙөләсәк тигән яңылыҡты ишетеү шатлыҡлы.
Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры һүҙҙәренә ҡарағанда, инфраструктура — иң төп мәсьәләләрҙең береһе. Уңайлы территория булдырырға кәрәк, шул саҡта ғына беҙҙең төбәк ылыҡтырғысҡа әйләнәсәк, үҙ сиратында, студенттар һәм квалификациялы кадрҙар бында ағыласаҡ.
— Ошо проектты бойомға ашырыу бер нисә мәсьәләне бер юлы хәл итеүгә килтерәсәк, — ти Рәмил Нәзиф улы. — Юғары уҡыу йорттарының матди-техник базаһын яҡшыртыу, студенттар дөйөм ятағында урындарҙы арттырыу һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.
Фото: syl.ru
Читайте нас: