“Вәғәҙә иттек — эшләйбеҙ. Мәктәптәрҙә әле 153 стоматология кабинеты эшләй, ошо көндәрҙә тағы ла 61-ендә ремонт тамамланды. Ҡорамалдар яңы, заманса, балалар стоматологияһының бар талаптары ла иҫәпкә алынған. Бындай сағыу һәм матур урындарҙа балалар тештәрен дауалауҙан ҡурҡмаясаҡ!” — тип яҙҙы республика Башлығы.