+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2020, 11:55

Йәш ғалимдар өсөн киң мөмкинлектәр

Университеттарҙың глобаль рейтингыһына 48 Рәсәй вузы инде, тип хәбәр итә “АиФ” гәзите.

2019 йылда Рәсәй 500 топ-университет рейтингыһында Бөтә донъя буйынса 12-се урынды биләне. Был 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән “Фән” милли проекты сиктәрендә йәш ғалимдар өсөн етди тәжрибә майҙансыҡтары булдырыу, уларҙы өҫтәмә уҡытыу, ғәмәли һынау үткәреү һәм асыштар өсөн гранттар бүлеү менән бәйле. Университеттарҙың глобаль рейтингыһына 48 Рәсәй вузы инде, тип хәбәр итә “АиФ” гәзите.
Иң һәләтле студенттар, буласаҡ ғалимдар ҡайҙа уҡый икән, күҙ һалайыҡ.
2000 иң шәп донъя вузы исемлегендә, Рәсәй уҡыу йорттары араһында, тәү сиратта, әлбиттә, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты тора. Унан ҡала Мәскәү физик-техник институты килә. Санкт-Петербург дәүләт университеты, Новосибирск дәүләт университеты, “МИФИ”, “Юғары иҡтисад мәктәбе” (Милли тикшеренеү университеты), Томск дәүләт университеты, Санкт-Петербург милли тикшеренеү һәм информацион технологиялар университеты, Санкт-Петербург политехник университеты, Ҡазан федераль университеты, Урал федераль университеты, Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университеты, Алыҫ Көнсығыш федераль университеты һәм башҡалар ошо исемлектә алдынғы урындарҙы биләй. Киләсәктә сит илдәрҙә стажировка үтеү, ғилми асыштар менән шөғөлләнеү, грантҡа дәғүә итеү теләгегеҙ булһа, ошондай вуздарға ынтылырға кәрәк.
Читайте нас: