+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2020, 17:50

Өфө бизнесменының доллар миллиардеры булғаны

Forbes Рәсәйҙә өр-яңы ике доллар милиардерҙарын асыҡлаған.

Улар булып Ратмир Тимашев һәм уның бизнес буйынса партнеры Андрей Баронов, үҙҙәренең Veeam Software стартапын Insight Partners Америка фондына һатҡандан һуң, сыҡҡан. Алыш-бирештең хаҡы 5 миллиард доллар тәшкил иткән. Ратмир Тимашев 1966 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Мәктәпте “бишле” билдәләренә генә тамамлап, Өфө авиация университетына уҡырға ингән, һуңынан Мәскәүгә физматҡа күскән. Тимашев бизнесын 90-сы йылдарҙа сит илдә башлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә IT –технологиялар өлкәһендә баш әйгәндергес уңыш ҡаҙана. 2006 йылда ул Veeam Software проектын эшкә ебәрә. Компания ябай ҡулланыусылар өсөн иҫәпләнмәгән программалар тәьминәтен әҙерләү менән шөғөлләнә. Компанияның штаб-квартираһы әлеге мәлдә Ратмир Тимашев йәшәгән илдә - Швейцарияла урынлашҡан.
Читайте нас: