+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2020, 19:45

Төклө аяғың менән, бәләкәс!

Байрам ялдарынан һуң беренсе тулы эш аҙнаһы райондың ЗАГС бүлеге өсөн тығыҙ ритмда башланды.

– Хеҙмәтебеҙҙәге иң ҡыуаныслы мәлдәрҙең береһе – яңы кеше тыуыуы тураһындағы акттарҙы теркәү, – ти ЗАГС начальнигы Ф. М. Әхмәтова. – Бөгөн йыл башынан иҫәп буйынса ун етенсе таныҡлыҡты тапшырҙыҡ. Әле нигеҙҙә 2019 йылдың аҙағында донъяға килгән бәләкәстәргә документ алалар. Шулай ҙа 2020 йылдың тәүге сабыйҙары ла теркәтелә башланы.
17-се һанлы тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ эйәһе Оливия исемле бәләкәс районда 2020 йылдың беренсе сабыйы. Ул 1 ғинуар иртәһендә, 5.30 сәғәттә, Асҡарҙан Әлиә һәм Максим Семеновтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән. Ҡужандан Нәйлә һәм Зөлҡәр Ғиниәтовтар 4 ғинуарҙа тыуған ҡыҙҙары Аделинаға, Асҡарҙан Филүзә һәм Вадим Ишбулатовтар 6 ғинуарҙа тыуған улдары Данисҡа таныҡлыҡ алған. Әйткәндәй, Данис йәш ғаиләлә өсөнсө бала. Шулай уҡ Яңы йыл кисендә, йәғни 31 декабрҙә төнгө 11-се яртыла донъяға ауаз һалған Илнур исемле Ишҡол ауылы баһадиры ла Вәлимә һәм Ирек Мөхәмәҙиевтар ғаиләһенә күп балалы ғаилә статусын биреүсе өсөнсө бала.
Читайте нас: