Президент күтәргән төп тема халыҡтың килемен арттырыу һәм ярлылыҡты еңеү тип билдәләнде. «Рәсәйҙең киләсәге һәм уның тарихи перспективаһы беҙҙең күпме булыуыбыҙға бәйле, әле илдә 147 миллион кеше иҫәпләнә», — тип, Президент демографик мәсьәләгә туҡталды. Демографик үҫеш тотороҡло булһын өсөн кешенең алдағы көнгә ышанысы булыуы шарт. Ә быны тик лайыҡлы эш хаҡы, иркен торлаҡ, юғары пенсия, һөнәрҙең хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланыуы, балалар баҡсалары, заманса мәктәптәр тәьмин итә ала.