Әсәлек капиталы программаһы 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыласаҡ һәм ул 150 мең һумға артып, 616617 һум тәшкил итәсәк (сумма йыл һайын индексациялана). Бынан тыш йәш ғаиләләргә лә ярҙам кәрәк, сөнки улар йәшәү шарттары ҡәнәғәтләнерлек булмағанға күрә, бәпес алыуҙы кисектерә. «Тәүге бала өсөн дә капитал биреләсәк», — тине ил етәксеһе.