+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар 2020, 17:15

Йәйәүлеләр иғтибарына

Төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡланыу өсөн ҡайһы бер кәңәштәрҙе иҫтә тотоғоҙ.

Төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡланыу өсөн ҡайһы бер кәңәштәрҙе иҫтә тотоғоҙ.
Йәйәүлеләр тротуар һәм йәйәүлеләр өсөн ҡаралған юлдан ғына атларға тейеш. Тротуар булмаһа, юлдың машина хәрәкәтенә ҡаршы яҡ ситтән атларға рөхсәт ителә.
Машиналар йөрөй торған юл ситенән тәүлектең ҡараңғы ваҡытында йәки эңерҙә йәйәүлеләргә яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар булдырыу мөһим. Яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементты файҙаланыу юл һәләкәте ҡурҡыныс 65 процентҡа кәметә.
Юл аша сыҡҡанда светофорҙың йәшел уты янһа ла, тағы бер ҡат ян-яҡҡа ҡарап алығыҙ, һаҡлыҡ тураһында онотмағыҙ.
Юлда барғанда телефонға текәлеү, смс-хәбәрҙәр яҙып барыу ҡурҡыныс тыуҙыра. Машина йөрөтөүсе, бигерәк тә ҡышҡы юлда тиҙ генә туҡтай алмауын иҫтән сығармағыҙ.
Юлда ҡолаҡсындар кейеп йөрөү зыянлы. Кеше был ваҡытта бер нимә ишетмәй, күрмәй.
Читайте нас: