+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2020, 11:23

Яңы ФАП-тар төҙөләсәк

Ауыл ерендә, халыҡҡа ауырыған осраҡта беренсе ярҙам күрһәтеүсе булып фельдшерҙар тора.

Ауыл ерендә, халыҡҡа ауырыған осраҡта беренсе ярҙам күрһәтеүсе булып фельдшерҙар тора.
Уларҙың эш шарттары күп осраҡта билдәләнгән талаптарға яраҡһыҙ. Ошонан сығып, ил президенты Владимир Путин үҙенең быйылғы федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә фельдшер-акушер пункттарын төҙөүҙе һәм йыһазландырыуҙы контролдә тотоуҙы Дөйөм халыҡ фронты (ДХФ) йәмәғәт ойошмаһы үҙ өҫтөнә алырға тейеш, тип белдерҙе. Дауаханаларға, поликлиника һәм тиҙ ярҙам станцияларына яңы техника, ҡорамалдарҙы федераль бюджет иҫәбенән алып бирергә кәрәк. Ә, федерация субъекттары урындарҙа үҙ иҫәбенә медицина хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә тейеш, тине.
Читайте нас: