+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2020, 16:55

Йылыла йәшәйем тиһәң – түлә!

Республика буйынса 485 күп фатирлы йортта йәшәүселәр, уларҙың күпселеге баш ҡалаға ҡарай, ни өсөн йылылыҡ өсөн өсләтә күберәк түләргә бурыслы?

Йылылыҡ өсөн ҙур хаҡ менән иҫәптәр килгән йорттарға алдағы ике аҙна эсендә махсус комиссия барасаҡ.
Комиссия составына торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма белгестәре, йәмәғәтселәр индерелгән. Бындай ҡарар республика Хөкүмәтендәге кәңәшмә йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде. Халыҡтан бик күп ялыуҙар килеүе быға сәбәпсе булды. Башҡортостан буйынса 500-гә яҡын күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр йылылыҡ өсөн графаһында бынан алдағы айҙағы менән сағыштырғанда өсләтә хаҡ иҫәпләнгән квитанциялар алған.
«БашРТС» ЯСЙ-һы директоры урынбаҫары Ирина Попова әйтеүенсә, Бөтә эш йылылыҡ өсөн ҡабаттан иҫәпләүҙә ти ул. Мәғлүм булыуынса, уҙған йылдың сентябрендә республика яңы схемаға күсте: торлаҡ эйәләре йылылыҡ өсөн элеккесә тигеҙ итеп йыл әйләнәһенә түгел, ә факт буйынса, йәғни йылытыу миҙгелендә генә түләй. Әйтергә кәрәк, «БашРТС» һуңғы квитанциялағы сумманы бүлеп түләү мөмкинлеген белдерҙе.
БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ҡотлоғолов та халыҡтың мөрәжәғәттәренә яуап итеп, килеп тыуған хәлде йыл һайын башҡарылған корректировкаға бәйле тип аңлатты.
Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма исраф ителгән йылылыҡ өсөн ағымдағы йылытыу миҙгелендә 66 миллион ярым аҡса иҫәпләнеп еткерелмәүен белдерҙе. «БашРТС» күп фатирлы йорттарҙа ҡуйылған иҫәпләү приборҙары күрһәткестәренә нигеҙләнә. Әммә ҡайһы бер адрестар буйынса йылылыҡ иҫәпләгестәрҙең төҙөк булмауы, дөрөҫ күрһәтмәүе лә ихтимал. Уларҙың төҙөклөгөн, ҡабаттан иҫәпләүҙең тоғролоғон үрҙә әйтелгән комиссия тикшерәсәк.
– Күпкә артыҡ түләмдәр иҫәпләнгән йорттарға бергәләп барып, иҫәпләгес приборҙарының нисек эшләүен ҡараясаҡбыҙ. Унан һуң түләмдәр иҫәпләүҙе ҡабаттан ҡарап, уның һөҙөмтәләре буйынса халыҡҡа аңлатма бирәсәкбеҙ, – тине БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Марат Шәңгәрәев.
«БашРТС» был ҙур сумманы бары бер тапҡыр ғына түләргә тура киләсәк, тип ышандыра. Торлаҡ кодексына ярашлы, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма халыҡҡа бурысты түләү өсөн өс айға проценттарһыҙ бүлеп түләү мөмкинлеген бирергә тейеш.
Читайте нас: