«Вәғәҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Бер йыл элек «Салауат Юлаев» командаһы егеттәренә, әгәр улар конференция финалына сыҡһа, хоккей уйнай башларға вәғәҙә иткәйнем. Ул саҡта улар һүҙҙәрендә торҙо. Бына бөгөн ғүмеремдә тәүге тапҡыр конькиға баҫтым һәм хоккейсы кейемендә боҙға сыҡтым. Ауыр, ләкин мин ныҡыш, өйрәнермен», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.