+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2020, 18:50

Ололар компьютерға уҡый

"Комьютер нигеҙҙәре" федераль программа сиктәрендә хаҡлы ялдағыларға уҡыуҙар ойошторолдо.

Байым биләмәһендә бер төркөм ололар компьютер нигеҙҙәренә өйрәнде. Замана менән бергә атларға теләгән хаҡлы ялдағыларға уҡыуҙы райондың ветерандар советы ойошторҙо. Байым урта мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Таңһылыу Мансурова компьютерҙа эшләү серҙәрен асты. Өлкәндәр ҡыҙыҡһынып дәрестәргә йөрөнө, ҡыҫҡа ғына арауыҡта тоҡандырыу-һүндереүҙән алып тексттар төҙөргә, социаль селтәрҙәрҙә аралашыуға тиклем өйрәнде.
Компьютер нигеҙҙәре буйынса курс тамамланғас, “уҡыусылар” өсөн сығарылыш кисәһе уҙҙы. Район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев тантанаға йыйылыусыларға уҡыуҙы тамамлау тураһындағы таныҡлыҡтарҙы тапшырҙы.
—Хәҙерге көндә компьютерһыҙ булмай, был заман талабы. Илдәге, республикалағы, райондағы хәлдәрҙе, яңылыҡтарҙы интернет аша өйҙә генә ултырып белергә мөмкин. Балалар, ейәндәр менән дә аралашыу өсөн дә бик уңайлы, — тине Ансар Ғаттар улы.
Сиҙәм ауылынан да бер төркөм хаҡлы ялдағыларҙың уҡып, таныҡлыҡтар алыуын әйтеп үтте. Таңһылыу Хәлим ҡыҙына ул үҙ бүләген тапшырһа, төркөмдөң старостаһы ололар исеменән уҡытыусыға иҫтәлекле бүләк бирҙе.
— Беҙҙең менән түҙемле генә эшләгән, белгәнен ихлас өйрәткән уҡытыусыбыҙға рәхмәт. Бөтөнләй аңлай алмаҫлыҡ күренгән, ҡатмарлы нәмәләрҙе лә ябай ғына итеп еткерҙе. Дәртләнеп үҙебеҙ өсөн өр-яңы донъяны астыҡ, хәҙер компьютер аша ғилем дә эстәй алабыҙ, яңылыҡтарҙы ла көнө-сәғәтендә беләсәкбеҙ, — тине Венера Мәһәҙей ҡыҙы.
Читайте нас: