-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2020, 17:30

Рәсәй 2022 йылға тиклем тулыһынса электрон медицина карталарына күсә

2022 йылға Рәсәйҙә һәр кемдең электрон медицина картаһы булырға тейеш.

2022 йылға Рәсәйҙә һәр кемдең электрон медицина картаһы булырға тейеш. Был хаҡта «Сәләмәт Мәскәү» ассамблеяһында илдең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Вероника Скворцова белдерҙе. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, ике йылдан дәүләтебеҙҙә электрон карталарҙы, уның менән ситтән тороп «аралашыуҙы» [йәғни тултырыуҙы], микрочиптар һәм башҡа гаджеттар индереүҙе үҙ эсенә алған берҙәм һанлы контурҙы әҙерләү тамамлана.
«Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә һәм цифрлаштырыуҙа башҡа дәүләттәрҙән арттараҡ ҡалғанбыҙ, ләкин беҙ тиҙ хәрәкәт итәбеҙ, — тип билдәләне Вероника Скворцова. — Шулай уҡ 2020 йылдан табиптар ҡарарына интеллектуаль ярҙам индерелә».
Һуңғыһы интеллектуаль аҡыл анализдарҙы, сирҙең билдәләрен һәм башҡа күрһәткестәрҙе өйрәнә тигәнде аңлата, табиптарға диагноз ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтә.
Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы илдең фармацевтика сәнәғәте тураһында һөйләне. Баҙарҙа 80% — илебеҙ препараттары, тип билдәләне ул.
Читайте нас: