+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2020, 12:49

Йылды күтәренке рухта башланыҡ

Салауат ауылы «Сәләмәт ауыл – 2020» район конкурсына ҡушылды.

Йылдың беренсе көндәренән үк ауылыбыҙҙа «Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух. Сәләмәт ауылда сәләмәтлек өсөн саралар» девизы аҫтында саф һауала спорт ярыштары башланғыс алды. Моһаҡ буйында тауҙан шыуыуҙа, күнелле уйындарҙа бөтә ауыл халҡы, бигерәк тә балалар әүҙем ҡатнашты. Тирә-яҡҡа йыр-моң, күңелле тауыштар ағылды. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа байрамға ҡушылды. Ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һыйлы өҫтәл әҙерләп, самауыр сәйе менән һыйланы. Халыҡ байрамдан алған онотолмаҫ тәьҫораттар, дәрт-дарман өсөн рәхмәт әйтеп, күтәренке кәйефтә таралышты.

Икенсе көндә мәктәптә физкультура уҡытыусыһы Р. Н. Минһажев менән йәш тренер Юлиә Ҡотлоғәләмова «Атай, әсәй һәм мин — спортсы ғаилә» ярышын үткәрҙе. Унда дүрт ғаилә көс һынашты. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың хоккей майҙансығы ла буш торманы. Клуб мөдире Гүзәл Хафизова һәм ауыл китапханасыһы Гөлсиә Аҡсурина балаларҙы боҙ майҙанына йыйып, күңелле старттар ойошторҙо. Депутатыбыҙ Рушан Әхмәтйәнов та ситтә тороп ҡалманы: ир-егеттәрҙе ойоштороп, иртәнсәк катокты ҡар-буран һырынтыларынан таҙартты, ярыштарға әҙерләне, сараны үткәрешеүҙә лә әүҙем ҡатнашты.

Раштыуа байрамында Рушан Әхмәтйәновтың башланғысы менән Салауат һәм Ҡужан ауылдары командалары хоккей уйнаны. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында матчтар гөрләне. Гүзәл заттарға бигерәк тә быймала хоккей уйнауы оҡшаны, уйын бик ҡомарлы барҙы. Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы, әүҙем ялды һайлаусыларҙы һәм ихлас көйәрмәндәрҙе ауыл активы был юлы ла тәмле сәй менән һыйланы.

Айһылыу ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.

Салауат ауылы.
Читайте нас: