+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2020, 12:09

Атым да бар, йүгәнем дә, яңы һөнәрҙәрем дә

— тип ҡәнәғәт йылмая Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының «7 егет» беренсе ысын ир-егеттәр реалити-шоуында гран-при яулаусы Салауат Хафизов.

— тип ҡәнәғәт йылмая Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының «7 егет» беренсе ысын ир-егеттәр реалити-шоуында гран-при яулаусы Салауат Хафизов.

Ихтыяр, сәм, таһыллыҡ талап иткән ете һынауҙан торған, ете һөнәргә өйрәткән, үҙҙәренең иң яҡшыһы икәнлеген дәлилләргә тырышҡан ете егет, ете дәғүәсе араһындағы ғәмле ярышҡа Салауат ауылынан Салауат Хафизовтың ҡушылып китеүе осраҡлы ғына килеп сыға. Ғөмүмән, Салауат холоҡ-фиғеле буйынса тиктормаҫ, яңылыҡҡа ынтылыусан, дуҫтары менән сәйәхәттәргә йөрөргә, йырларға-бейергә яратҡан, күңелсәк, аралашыусан, үҙ фекере булған егет. 1-се Асҡар урта мәктәбен тамамлағандан һуң, ул Магнитогорск дәүләт техник университетында электроэнергетика факультетында белем алған, баш ҡалала «Башкирэнерго» ЯСЙ-һында инженер-энергетик булып хеҙмәт итеүенә хәҙер етенсе йыл киткән. Алдағы йылдарҙан айырмалы, ул, йәйге ялына бер ниндәй ҙә сәфәрҙәр планлаштырмай, мажаралар эҙләмәй, ауылға ҡайтып, бесән эшләшеп китергә уйлай. Бер көн өйҙә торорға өлгөрә, үткән йәйҙә әүҙем ял яратҡан йәштәр менән Айғыр ҡаяларына барған компаниялағы бер ҡыҙ, үҙендә Салауаттың контакттары булмауы сәбәпле, егеттең дуҫына шылтыратып, тиҙ арала уға бәйләнешкә сығыуын үтенә. Ауылда телефон насар тотоуы арҡаһында дуҫы ла туранан-тура егеттең үҙенә бәйләнешкә сыға алмай, ашығыс сәләмде ҡустыһы аша еткерә. «Кем әле һуң ул, Гөлниса?» —ҡыҙҙы иҫләмәһә лә, телефон һандарын йыя. Ә теге остан килгән тауыш бер тынала: «Салауат, бар өмөт-ышаныс һиндә. Иртәгә «7 егет» проекты буйынса съемкаларҙы башлайбыҙ, ашығыс рәүештә Баймаҡҡа килеп ет!» — тип егеткә уйларға ла ваҡыт бирмәй, ризалашырға өгөтләй. БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева етәкселегендәге ижади төркөмдә администратор булып йөрөгән Гөлниса Сафина, бер нисә һүҙҙә реалити-шоу төшөрөүҙәрен, унда ҡатнашырға тейешле Мәскәүҙә уҡыусы етенсе егеттең тағы ла ике көнгә тотҡарланыуын, ә график буйынса билдәләнгән съемканы кисектереп булмауы сәбәпле, телекамера алдында албырғап ҡалмаҫтай, теленән дә, ҡулынан да килгән алмаш эҙләүҙәрен аңлата. Проекттың Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының хозур тәбиғәт мөйөштәрендә төшөрөләсәге, Ағиҙелдә һалда йөҙәсәктәре, һыбай йөрөйәсәктәре һәм башҡа бик күп ҡомарлы, мауыҡтырғыс бәйгеләр, экстремаль хәл-ваҡиғалар хаҡында вәғәҙәләгән тапшырыуҙа ҡатнашыу теләге шунда уҡ уның тынғыһыҙ булмышын яулай. Мажаралар, яңы танышыуҙар, сәйәхәттәр көҫәгән күңелдең ризалашыуҙан башҡа сараһы ла ҡалмай.

— Ә бесән? — уттай ҡыҙыу эш өҫтөндә улдарының юлға йыйыныуына ата-әсәһе ҡаршы төшә. Съемкаларҙын 10 көн ваҡытын аласағын белһә лә, өс көндән ҡайтам, тип хәйләләштереп, өлкәндәрҙең уң яғына сыға Салауат. Һәм юлдан туп-тура тапшырыу төшөрөләсәк майҙанға килеп төшә. Реалити-шоуҙың бер нисә өлөшөн Баймаҡ районының Талҡаҫ, Граф күлдәре буйында төшөргәндән һуң ижади төркөм һәм тапшырыу геройҙары Бөрйән районына юл тота, Ағиҙелдә һалда йөҙөү, иртә таңдан тороп һыу инеү, Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында булыу йәйге ялын онотолмаҫ тәьҫораттар менән байыта.

Проекттың төп маҡсаты ер-һыу гиҙеүҙән генә ғибәрәт булмауы «зәңгәр экран»дарҙан «7 егет» тапшырыуын күҙәтеп барыусыларға яҡшы мәғлүм. Егеттәр халыҡ кәсептәре буйынса тәжрибә тупланы, башҡорт ир-егеттәренә белеү фарыз булған ғәмәлдәрҙе үтәне, белемдәрен камиллаштырҙы: Граф күле буйында тал сыбығынан кәрзин үрҙе, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында маралдар өсөн ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләне, Бөрйәндә балсы бабайҙан солоҡсолоҡ серҙәренә өйрәнеп кенә ҡалманы, ә солоҡлоҡ йыуан түмәрҙәрҙән ҡорттарға «өй» эшләне, тимерлектә тимер бөгөп, буласаҡ семәрле ҡапҡа өсөн элементтар әҙерләне, йылҡысылыҡ эшенә, атты эйәрләү рәтенә төшөнгәндән һуң, һыбайҙа ярышты, ағастан һындар юнды, Шүлгәнташта уҡ атыу бәйгеһендә көс һынашты, күндән һәм туҙҙан әйберҙәр яһау кәсебен үҙләштерҙе. Оҫталар һабағын алғандан һуң, егеттәр шул уҡ көндә дәресте нисек үҙләштереүҙәрен дәлилләп һәм өйрәнгәндәрен нығытып, имтихан тотто. Башҡарылған эшкә оҫта үҙенең баһаһын ҡуйҙы, ә кискеһен бәйгеселәр усаҡ янында йыйылып көнгә йомғаҡ яһаны, ҡыйыу рәүештә бер-береһенә ҡарата фекерен әйтте, үҙҙәренең ҡарамағынан көн еңеүсеһен билдәләне, хатта реалити-шоу ҡағиҙәләренә ярашлы, үҙ-үҙҙәрен яҡлау, дәғүәселәрҙең оҡшамаған ҡылыҡтарын фашлау хоҡуғына ла эйә булды.

Салауат, үҙ көсөнә, мөмкинлектәренә ныҡ ышанған егет булараҡ, дәғүәселәренең йәндәренә әҙ теймәй. Бәлки, араларында йәшкә иң өлкәне, тормош тәжрибәһен күберәк татыуы, бар эштең дә ҡулынан килеүе өсөн дә башҡалар уны көслө дәғүәсе итеп күргәндер. Үҙенә ҡалһа, яҡташыбыҙ проектта быға тиклем белмәгән һөнәрҙәргә өйрәндем, ти. Ағастан юнған айыуы, талдан үргән кәрзине, түмәрҙе өңөп яһаған солоғо оҫталар маҡтауына лайыҡ булһа ла, был эштәргә егеттең тәүгә тотоноуы булған.

— Ауыл егете булараҡ, әлбиттә, бензобысҡы менән эшләгәнем бар ине. Әммә солоҡ яһағаным булманы, — ти ул. — Белгән эшем — бесән сабыуҙа мах бирмәнем, сифат буйынса еңеүсе булдым. Ғүмерҙә һыбай менеп ҡарамаһам да, бәйгелә икенсе урын яулауым минең өсөн ҙур еңеү булды. Йәрәбә буйынса миңә ажар, баш бирмәҫ сабыш аты тура килде. Хатта алмаштырырға ла тәҡдим иттеләр, ләкин өлөшөмә төшкән аттан баш тартмауым менән дөрөҫ эшләнем, тип һанайым. Ғөмүмән, миңә сигенеү тигән холоҡ хас түгел. Проектта ҡатнашырға йөрьәт иткәнем икән, аҙағына тиклем барып етергә һәм һәр ваҡыт бөтә хәлемдән килгәнсә тырышырға, алдынғы булырға тигән маҡсатыма хыянат итмәнем.

Шәхсән үҙе өсөн генә түгел, ә Әбйәлил намыҫы өсөн көсөн һәм сәмен, дәрт-дарманын, ҡара тиргә батып, тырышлығын эшкә егә Салауат. Дүрт Баймаҡ егете, Йылайырҙан һәм Мәсетленән берәр ҡатнашыусы араһында «Ниңә Әбйәлил еңеүгә лайыҡ булмаҫҡа тейеш әле?!» — тип алға ынтыла. Дәғүәселәренең «әсе тешләшеүҙәренә», ҡаҙалыуҙарына бирешмәй, һыр бирмәй, хатта уларҙы «дәғүәсе итеп күрмәйем» тип, сәмдәренә тейеп алырға ла батырсылыҡ иткән Салауаттың үҙ-үҙенә ышанысын телетамашасылар ҙа юғары баһаланы. Проекттың төп еңеүсеһен сентябрҙән Яңы йылға тиклем аҙна һайын өлөшләп эфирға сығарылған тапшырыуҙы ҡарап барған Башҡортостан халҡы билдәләне һәм еңеүсенең исеме Яңы йыл балында иғлан ителде. Яҡташыбыҙға, проекттың еңеүсеһе булараҡ, вәғәҙәләнгән аттың йүгәне тапшырылды, ул шулай уҡ «Ағас юныу оҫтаһы» номинацияһында еңеп сығып, дрель менән бүләкләнде.

Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға яратҡан Салауат байрам осоронда Темәскә барып, төп бүләге — башҡорт тоҡомло атын алып ҡайтты. Уның проект төшөрөлөп бөткән мәлдә «Яңылыҡтар» хеҙмәтенә биргән интервьюһындағы: «Киләсәктә үҙемдең йылҡы фермамды булдырып, өлкәндәрҙе, балаларҙы һыбай йөрөргә өйрәтер инем», — тигән теләге бойомға аша ла башланы, ахыры.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: