+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2020, 11:10

Питерға – хыялды тормошҡа ашырырға!

Судактан 11 йәшлек Кирилл Финашиндың изге хыялы тормошҡа ашты.#ВладимирПутин

Судактан 11 йәшлек Кирилл Финашиндың изге хыялы тормошҡа ашты.
Малай «Арктика» ледоколын күрергә Санкт-Петербургҡа килде. Йыл һайын Кремлдә уҙған «Теләктәр шыршыһы»нда был юлы нәҡ уның теләген һайлап алған Владимир Путин баланың изге хыялын тормошҡа ашырҙы. Кисә Кирилл, ҡустыһы һәм әсәһе менән Балтика заводына экскурсия ҡылды, – тип хәбәр итә «Петербургский дневник».
«Һиңә башта ледоколдар тураһында һөйләйәсәктәр, аҙаҡ күрһәтәсәктәр», – тип аңлатты йәш ҡунаҡҡа завод директоры Алексей Кадилов. Малайҙы ледоколдар моделдәре менән таныштырҙылар, Балтика заводының эше тураһында фильм күрһәттеләр. Унан һуң Кирилдың ғаиләһе цех буйлап экскурсияла булды.
«Арктика» ледоколын 2020 йылдың беренсе ярты йыллығында эшкә ебәрмәкселәр. Ул донъялағы иң ҡеүәтле атомлы ледокол буласаҡ.
РИА Новости.
Фото из свободных источников.
Читайте нас: