+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2020, 12:00

Капремонт өсөн хаҡ арта

Әлеге тариф алты йыл элек билдәләнгән һәм шунан алып артмаған.

Быйылдан биш һәм унан түбәнерәк ҡатта йәшәгән фатир хужалары өсөн иғәнә күләме квадрат метр өсөн 6,9 һум буласаҡ. Быға тиклем был хаҡ 5,2 һум тирәһе булды. Ә бейек ҡатлы йортта йәшәүселәр иһә 7,5 һумдан түләйәсәк.
Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә уртаса хаҡ күптән квадрат метры өсөн 9,8 һум тирәһендә билдәләнгән. Ә Башҡортостанда ул ике тапҡырға кәмерәк булған. Хаҡтың артыуы тәбиғи, сөнки төҙөлөш материалдары һәм эштәрҙең баһаһы ла бер урында тормай. Башҡортостан хөкүмәте иҡтисади йәһәттән нигеҙләнгән тарифтар урынлаштырған.
Республикала капиталь ремонт үткәреүҙең 30 йыллыҡ планына 17 мең йорт индерелгән. Иғәнә күләмен кәмерәк йыйыу, тимәк, был йорттарҙы капиталь ремонтһыҙ ҡалдырыу тигән һүҙ.
Читайте нас: