-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2020, 19:27

Буран, боҙлауыҡ һәм минус 20: республика синоптиктары ял көндәренә һауа торошо хаҡында һөйләне

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Бер аҙ ҡар, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында тайғаҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр.
Һауа температураһы көндөҙ — минус 5-10 градус.
25 ғинуарҙа төндә аяҙлы-болотло. Бер аҙ ҡар, ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — 9-14 градус һалҡын, аяҙытҡанда минус 20-гә тиклем.
Көндөҙ болотло һауа торошо. Ҡар, айырым райондарҙа буран. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ.
Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ — 4-9 градус.
26 ғинуарҙа бер аҙ ҡар яуа. Төндә ҡайһы бер райондарҙа буран. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 5-10 градус һалҡын, көндөҙ йылыраҡ – минус 3-8 градус.

Читайте нас: